Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
24 Март 2025, 05:59

Алда ялдар көтөлә

Башҡортостанда яңы эш аҙнаһы өс көнлөк ял менән тамамлана

Алда ялдар көтөләАлда ялдар көтөлә
Алда ялдар көтөлә

Башҡортостанда яңы эш аҙнаһы Ураҙа байрамы уңайынан өс көнлөк ял менән тамамлана. Өҫтәмә ял март айының һуңғы көнөнә тура килә. Быйыл Ураҙа ғәйете 30 мартта билдәләнә. Шуға бәйле ял көнө 31 мартҡа күсерелә.

Ураҙа байрамын донъя мосолмандары 30 көнлөк ураҙа тамамланғас, изге Рамаҙан айының аҙағында билдәләнә.

Бынан алдараҡ «Башинформ» 2025 йылда Башҡортостанда Ураҙа һәм Ҡорбан байрамдарын билдәләү көндәре тураһында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru

Алда ялдар көтөлә
Алда ялдар көтөлә
Автор:
Читайте нас