Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
1 Апрель 2025, 17:05

Һәр кемгә ярҙам итергә әҙербеҙ

1 апрелдә республиканың Социаль участок хеҙмәткәрҙәре хеҙмәтенә өс йыл тула

Һәр кемгә ярҙам итергә әҙербеҙҺәр кемгә ярҙам итергә әҙербеҙ
Һәр кемгә ярҙам итергә әҙербеҙ

Йылдан-йыл бар донъяла бер хәл күҙәтелә – өлкәндәр һәм инвалидтар арта. Был уларҙың ихтыяждарына айырым иғтибар һәс лайыҡлы тормош дәрәжәһен тәьмин итеүҙе талап итә. Халыҡтың был төркөмдәрен ҡарау беҙҙең илдә гуманитар бурыс ҡына түгел, ә социаль сәйәсәттең мөһим аспекты ла, ул комплекслы яҡын килеүҙе һәм төрлө белгестәрҙең ҡатнашыуын талап итә.

Беҙҙең хеҙмәт социаль өлкә үҫешенә баһалап бөткөһөҙ өлөш индерә, өлкән йәштәге граждандарғап һәм ун һигеҙ йәштән өлкәнерәк инвалидтарға ярҙам күрһәтә. Был уларға йәмғиәттең актив ағзалары булып ҡалырға һәм яҡындары менән бәйләнештә булырға ярҙам итә. Өҫтәүенә, күп кенә ғаиләләр эштә мәшғүллек йәки башҡа ниндәйҙер тормош мәшәҡәттәре арҡаһында туғандарын тулыһынса ҡарап тора алмайҙар. Социаль хеҙмәткәрҙәр менән бергә беҙ был ғаиләләргә ярҙам итергә тырышабыҙ. Шулай уҡ өлкән йәштәге кешеләр, инвалидтар тураһында әйтеп тораһы ла юҡ, социаль хеҙмәткәрҙәр алыуға хоҡуҡтары булыуы тураһында белмәйҙәр.

Әлбиттә, беҙҙең хеҙмәт яҡаштарыбыҙ тормошонда мөһим роль уйнай, социаль хеҙмәттәргә юл аса һәм ауыр тормош хәлендә ҡалған кешеләргә ярҙам итә. Мөрәжәғәттәрҙе һәм халыҡтың үтенесен иҫәпкә алып, башҡарыла торған эш айырыуса актуалгә әйләнә. Миҫал өсөн, уҙған йылда беҙ 52 кешегә хеҙмәт күрһәтте, шуларҙың 46-һы өйҙә социаль хеҙмәткәр ярҙамы алды, ә һигеҙе өлкән йәштәге граждандар һәм инвалидтар өсөн интернат-йорттарға ебәрелде. Был клиенттарҙың күбеһе ябай, өй шарттарында ярҙам алыуҙы өҫтөн күреүен күрһәтә. Бөгөн бер кеше стационарға урын көтә, ә дүртеһе өйҙә хеҙмәт ала.

Өҫтәүенә, беҙ үҙебеҙ тәрбиәләнеүселәребеҙ янына уларҙың һаулыҡ һәм ихтяждарын белеү өсөн даими рәүештә барып торабыҙ. Был проблемаларҙы ваҡытында асыҡларға һәм кәрәкле ярҙам күрһәтергә мөмкинлек бирә.

Өлкән йәштәгеләрҙе һәм инвалидтарҙы ҡарау – йәмғиәттең һәм дәүләттең иғтибарын йәлеп итә торған мөһим бурыс. Социаль участковыйҙар был процеста алыштырғыһыҙ роль уйнайҙар, мәлүмәт бирәләр һәм тәрбиә күрһәтәләр.

Һис шикһеҙ, беҙҙең эшебеҙ өлкәндәрҙең һәм инвалидтарҙың тормош сифатын яҡшыртыуға ярҙам итә, шулай уҡ йәмғиәттә социаль бәйләнеште нығыта. Һәр кем  тулы ҡанлы тормош менән йәшәү өсөн  был өлкәне үҫтереү мөһим.

Социаль ярҙам алыу өсөн беҙгә түбәндәге адрес буйынса мөрәжәғәт итергә була: Бишбүл`к ауылы, Совет урамы, 31-се йорт. Эш графигы: 9-ҙан- 17.15-кә ҡәҙәр. Телефон: 8 (34743) 2- 10-11.

Эльвира ХАЖИЕВА.

Бишбүләк районы буйынса социаль участковыйҙар хеҙмәтенең социаль эш буйынса белгесе.

 

Һәр кемгә ярҙам итергә әҙербеҙ
Һәр кемгә ярҙам итергә әҙербеҙ
Автор:
Читайте нас