Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
1 Апрель 2025, 06:56

Юлдарҙа ремонт эштәре дауам итә

Быйыл Бишбүләктәге соҡорҙарҙы ямау эше иртә башланды

Юлдарҙа ремонт эштәре дауам итәЮлдарҙа ремонт эштәре дауам итә
Юлдарҙа ремонт эштәре дауам итә

Район үҙәгендә транспорт ағымы иртәнге сәғәттәрҙә үк башлана. Хеҙмәткәрҙәр эш урынына ашыҡһа, икенселәр балаларын мәктәпкә йәиһә балалар баҡсаһына илтә. Шуға ла именелекте тәьмин итеү өсөн юлдарҙың төҙөк булыуы мөһим. 

Ҡар һәм боҙ ҡатламынан әрселгән юлдарҙа ҡыш дауамында соҡорҙар һәм уйымдар хасил булған. Ошо көндәрҙә район үҙәгеннең Юл-ремонт төҙөлөш идараһы хеҙмәткәрҙәре юлдарҙы "ямауға" керешкән. 

Быйыл юлдарҙа соҡор ямау эше мартта уҡ  башланды.  Тәүҙә һыуыҡ асфальт менән эштәрҙе башҡарып, авария хәүефе тыуҙырған соҡорҙарҙы ямаһалар, хәҙер эҫе асфальтҡа күскәндәр. Эшселәр бригадаһы ҡорамалдар менән тулыһынса тәьмин ителгән, материалдар ҙа етерлек. 

Республика юлдарында соҡор­ҙарҙы ямау буйынса төп эштәрҙе улар 1 майға – юл һыҙатын һыҙ­ғанға тиклем бөтөрөргә тырышалар. Һуңынан эштәр планлы ярашлы дауам ителәсәк.

 Бишбүләк ауыл советы сайтынан

Юлдарҙа ремонт эштәре дауам итә
Юлдарҙа ремонт эштәре дауам итә
Юлдарҙа ремонт эштәре дауам итә
Юлдарҙа ремонт эштәре дауам итә
Автор:
Читайте нас