Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
10 Апрель 2025, 04:42

Уңайлыҡтар тыуҙырыла

Ағиҙелдә яр буйын төҙөкләндереү проекты Рәсәйҙең иң яҡшы тәжрибәләре реестрына инде. 

Уңайлыҡтар тыуҙырылаУңайлыҡтар тыуҙырыла
Уңайлыҡтар тыуҙырыла

“Сығанаҡтарҙан хәҙерге заманға тиклем – иҫке Апаиш йылғаһын тергеҙеү" проекты төҙөкләндереү буйынса иң яҡшы тәжрибәләрҙең федераль реестрына индерелгән, тип хәбәр иттеләр республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан. Яңы йәмәғәт киңлеге “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты буйынса булдырылған, уның дауамы булып 2025 йылдан “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) тора.

Реестрға индереүгә 88 төбәк тәҡдим иткән 396 проект дәғүә итте. Уларҙан 34 субъекттан, шул иҫәптән Башҡортостандан 48 иң яҡшы проект һайлап алынды. Шул уҡ ваҡытта проектты тормошҡа ашырыу сифаты, уның социаль һәм иҡтисади эффекты, тәҡдим ителгән ҡарарҙарҙың инновационлығы һәм ихтыяжы иҫәпкә алына.

Ағиҙелдә яр буйын төҙөкләндереү буйынса проектты тормошҡа ашырыу эксперттарҙың юғары баһаһын алды. Ҡала халҡы өсөн был йәмәғәт киңлеге бик кәрәк: бында ҙур байрамдар һәм башҡа саралар үткәрелә. Бынан тыш, ҡалала заманса йыһазландырылған пляж барлыҡҡа килгән.

 – Ағиҙелдең тәжрибәһе башҡа ҡалаларҙа ла уңышлы ҡулланылыр, тип ышанам, – тине Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова.

2025 йылда “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты сиктәрендә Башҡортостанда 164 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндереләсәк. Шуларҙың 94-е федераль бюджет средстволары ҡатнашлығында 1,2 миллиард һум күләмендә яңыртыла.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты. 

/bashgazet.ru

Уңайлыҡтар тыуҙырыла
Уңайлыҡтар тыуҙырыла
Автор:
Читайте нас