Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
13 Апрель 2025, 08:41

Йәй ниндәй булыр?

Башҡортостанда яҙ ғәжәпләндерә. Йәйге йылылыҡ урынына ҡар яуа һәм ныҡ һыуыта. Һәм тағы ла йылы көтөлә. Дөйөм алғанда, һауа торошо аномаль. Йәй ниндәй буласаҡ? Ул республика халҡын нимә менән хайран ҡалдырасаҡ?

Йәй ниндәй булыр?Йәй ниндәй булыр?
Йәй ниндәй булыр?
Ғалимдар йәйге айҙарҙа төрлө тәбиғи аномалиялар барлыҡҡа килеүе мөмкин тип фаразлай: ямғырҙар, боҙлауыҡ, көслө ел, ташҡын һәм ҡоролоҡ.
Һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙә бындай экстремаль тәбиғәт күренештәре йышайған. Дауыл, яуым-төшөм күп булыр, ҡоролоҡ тәбиғәт янғындарына һәм уңыштың һәләк булыуына килтерер.
Былтыр Башҡортостанда йәшәүселәрҙе һауа торошо һынап ҡараны. Йәйгеһен төбәкте көслө ямғырҙар ҡаплай, улар йылғаларҙа һыу кимәленең ҡырҡа күтәрелеүенә һәм локаль ташҡынға килтерә. Йылдан-йыл һауа шарттары күҙалланмаҫлыҡ була бара. Шуға күрә ғалимдар быйыл да беҙҙе ғәҙәти булмаған һәм экстремаль күренештәр көтә тип иҫәпләй. 
Башинформ.
Йәй ниндәй булыр?
Йәй ниндәй булыр?
Автор:
Читайте нас