

20 апрелдә Кәрим ауылында Бөйөк Еңеүҙең 80-йыллығы уңайынан мөһим сара – Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ауылдаштарҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатында ағас ултыртыу өмәһе үтте.
Беҙҙең бәләкәй генә ауылдан һуғышҡа 63 кеше киткән. Уларҙың 41-е иҫән-һау тыуған яғына әйләнеп ҡайтһа, 22-һе һуғыш яланында һәләк булған. 2019 йылда ауылыбыҙҙың 100-йыллығын үткәргән сараларҙың береһе булып, ауылыбыҙ ветерандарының исемдәрен мәңгеләштереү булды. Арыҫланов Йәмил Дамир улы был ҙур эште үҙ өҫтөнә алды. Паркка мемориаль таҡтаташ урынлаштырылды. Ә хәҙер инде буйға күтәрелеп китгән нараттар ҡаршыһында һигеҙ рәт йәш үҫентеләр барлыҡҡа килде. Ауылыбыҙҙың тырыш халҡы берҙәм булып, 6000 үҫентене ултыртып та ҡуйҙы.
Ауыл старостаһы Арыҫланов Алмир бураҙналарҙы алдан уҡ әҙерләп ҡуйғайны. Үҫентеләрҙе Зилүр Ғәфүров һәм Сәйфулла Ғимазетдинов меназизациялаған ысул менән ултыртһалар, ҡалған ауылдаштарым бураҙна баштарына көрәк менән өҫтәп ултырттылар. Уларҙың исемдәрен дә атап үтке килә: Флүр һәм Минзәрә Арыҫлановтар, Рәйсә Ғимазетдинова, Хәниф Ғәлиуллин, Фәтих Фәридунов, Рузил Нурғәлиев, Рафаэль Әхмәтшин, Зәниф, Зилә һәм Рөстәм Арыҫлановтар, Рузил һәм Рита Вәлиәхмәтовтар, Айгөл Ғәлиева. Айыт ауылынан ауылдаштарым Әхмәтшина Әлфиә, Риф һәм Элиза Ғимазетдиновтар ҙа килгәйне. Был ағастар ата-бабаларыбыҙҙың батырлығына хөрмәт һәм хәтер символы булыр, тип уйлайбыҙ. Был сара беҙҙең тарихыбыҙға, батырларыбыҙға булған хөрмәтебеҙҙе күрһәтә. Һуғышта ҡатнашҡан һәр кеше – беҙҙең өсөн герой, уларҙың батырлығы киләсәк быуындар өсөн ҡаһарманлыҡ өлгөһө булып торор.
Гүзәл Арыҫланова,
Айыт урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы.