Урамдар буйлап елдергән ҡыҙыл тәреле машинаны күреп һәм сирена тауышын ишетеп, беҙ кемгәлер ашығыс медицина ярҙамы кәрәклеген аңлайбыҙ. Һәм халыҡта ашығыс ярҙам хеҙмәткәрҙәрен юҡҡа ғына аҡ халатлы геройҙар, тип атамайҙар. Былар — ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәтендә, авария-ҡоткарыу hәм әрби бүлексәләрҙә эшләүсе һәм ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеүҙә яҡшы күнекмәләргә эйә медицина белеме булған юғары класлы белгестәр. Беренсе ашығыс ярҙам отряды Мәскәүҙә 1898 йылдың 28 апрелендә барлыҡҡа килә. 2020 йылға ҡәҙәр был дата рәсми булмаған рәүештә билдәләп үтелгән, әммә хәҙер инде биш йыл 28 апрель — Рәсәйҙә ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәткәрҙәренең рәсми көнө.
Октябрьский ҡалаһы ашығыс медицина ярҙамы бyлексәһе Бәләбәй подстанцияһыныңБишбүләк hәм Айыт ашығыс ярҙам постары 2021 йылдың 1 июлендә алты райондың ашығыс ярҙам станциялары берләшкәндән һуң барлыҡҡа килгән.
— Беҙҙең Бишбүләк ашығыс медицина ярҙамы посы биш фельдшер hәм дүрт машина йөрөтөүсенән тора, Айыт посында алты фельдшер hәм дүрт машина йөрөтөүсе бар, — ти ҡотҡарыусылар мобиль медколлективының 20 йыллыҡ эш стажы булған өлкән фельдшеры Галина Вениаминовна Терентьева. — Безҙҙә фельдшерҙар барыһы да үҙ эшенең профессионалдары, күптәренең юғары категорияһы һәм ҙур эш стажы бар. Күптән түгел беҙҙең коллективҡа эшкә йәш белгестәр килде. Ике бригада тәүлек буйы дежур тора. Ашығыс саҡырыуҙар өсөн барлыҡ кәрәкле медицина инвентары, препараттар hәм ҡоролмалар менән йыhазландырылған автомобилдәр бар. Дөрөҫөн әйткәндә, беҙҙең эш ауыр, эҫе һәм насар һауа торошо, һалҡын hәм буранлы ҡар, йәшен hәм ямғыр ваҡытында да беҙҙең фельдшерҙарыбыҙ hәм машина йөрөтөүселәребеҙ кешелeрҙе ҡотҡарырға, уларға ярҙам күрһәтергә йәки ауырыуҙарҙың хәлен еңеләйтергә бара, сөнки кеше ғүмере — мөhимерәк! Райондың бөтә территорияһына һәм район үҙәгенән 45 — 50 км йыраҡлыҡта урынлашҡан ауылдарға хеҙмәт күрһәтәбеҙ. Ауырыуҙар һәм уларҙың туғандары, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был турыла уйламайҙар, hәм беҙгә, фельдшерҙарға, ҡайһы берҙә ҡаты бәреләләр. Ауырыуҙы Бәләбәй, Туймазы, Октябрьский йәки Өфө ҡалаһындағы больницага алып барырға тура килгәндә, районда бер генә станция бригадаһы ҡала, күҙ алдына килтерәһеҙме, бер бригадаға ниндәй йөкләмә була? Ярай әле беҙҙе Приют hәм Бәләбәйй бригадалары, ә көндөҙ Бишбүләк район үҙәк больницаһынан кисектергеһеҙ бригада ҡотҡара. Ялған чсаҡыруҙар ҙа була. Шуға күрә Ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан хеҙмәттәштәребеҙгә сәләмәтлек, кешелеклелек, сыҙамлыҡ, үҙ эштәренә тоғролоҡ, намыҫлы хеҙмәттәре өсөн ихлас рәхмә теләйһем килә. Улар бит беренсе булып саҡыруҙарға ашығыус һәм ауырыуҙарға ашығыс медицина ярҙамв күрһәтеүсе, ә ауыр пациенттарҙы ваҡытында дауаханаға килтереүсе иҫ киткес кешеләр. Ихлас күңелдән ыңғай һөҙөмтәләр һәм улар ҡотҡарған кешеләрҙең тулыһынса һауығыуҙарын теләйем.
Владимир СМОЛОВ.