

Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы көстәренең юғары баш командующийы Владимир Путин инициативаһы менән 7 майҙа 00:00 сәғәттән 11 майҙа 00:00 сәғәткә тиклем ут туҡтатыу режимы ғәмәлдә була. Был изгелек ниәтенән ҡабул ителгән ҡарар.
Рәсәй украиндарҙы ошо өлгөгә эйәрергә һәм шул осорға ут туҡтатылыуын иғлан итергә саҡыра. Украина яғы тыныслыҡты боҙған осраҡта, РФ Ҡораллы көстәре тейешле саралар күрергә мәжбүр буласаҡ.
Рәсәй Украина кризисын көйләүгә һәм халыҡ-ара партнерҙар менән конструктив үҙ-ара эш итеүгә йүнәлтелгән, алдан шарттар ҡуймайынса тыныс һөйләшеүҙәргә әҙер булыуын раҫлай.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.