Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
30 Апрель 2025, 10:57

Ауылға эшкә ҡайтһаң...

Башҡортостанда мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре 1 миллион һум алырға мөмкин

Ауылға эшкә ҡайтһаң...Ауылға эшкә ҡайтһаң...
Ауылға эшкә ҡайтһаң...

Башҡортостанда ауыл еренә эшкә ҡайтҡан мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре 1 миллион һум аҡса алырға мөмкин. Тейешле ҡарарға Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров ҡул ҡуйған. Документ Башҡортостандың хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Ҡарарға ярашлы, аҡсаға республика ауылдарына йәки 50 меңгә тиклем кеше йәшәгән ҡалаларға эшкә килгән 35 йәшкәсә белгестәр дәғүә итә ала. Белгес бер һәм унан да күберәк ставкаға эшкә урынлашырға тейеш. Маҡсатлы түләү белгестәрҙең торлаҡ шарттарын яҡшыртыуҙы, шәхси автотранспорт һатып алыуҙы ла күҙ уңында тота.

Ғаризалар республиканың мәҙәниәт министрлығында 15 апрелдән 15 июлгә тиклем ҡабул ителә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» төбәк программаһы Башҡортостанда 2021 йылдан бойомға ашырыла башланы һәм илдә тәүгеләрҙең береһе булды.

https://www.bashinform.ru

 

Ауылға эшкә ҡайтһаң...
Ауылға эшкә ҡайтһаң...
Автор:
Читайте нас