Дим буйҙары
+3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Мәңгелек дандары ҡалды

Яҡташыбыҙ, Советтар Союзы Геройы Хәмит Ғәҙелшин ҙур батырлыҡ күрһәтә

Мәңгелек дандары ҡалды
Мәңгелек дандары ҡалды

Бишбүләк ғорурлығы булған Хәмит Ғәҙелшин 1941 йылда октябрендә Бөйөк Ватан һуғышына алынып, Кавказ арты, Төньяҡ Кавказ, Көньяҡ-Көнбайыш, Ялан, 2-се һәм 3-сө Украина фронттарында ғәскәрҙәре составында хеҙмәт итә.

Йәш радист һуғыштың тәңге көндәренән үк разведчиктар сафында атлай. Ғәҙелшин 46-сы армия 31-се уҡсылар дивизияһы 1449-сы айырым элемтә ротаһы радиостанцияһының өлкән телеграфисы дивизия штабының разведка төркөмөнә ебәрелә.

1943 йылдың 23 сентябрендә лейтенант Лукин командалыҡ иткән разведчиктар төркөмө Днепр йылғаһын кисеп сығырға һәм дошмандың алғы оборонаһын тар-мар итергә тигән бойороҡ ала.  Төнгө сәғәттәрҙә 16 разведчик, балыҡсыларҙың ауыр кәмәһенә ултырып арғы ярға таба йөҙә башлай. Улар араһында сержант Ғәҙелшин да була. Уның бурысы – отряд, шулай уҡ дивизия штабы менән өҙлөкһөҙ бәйләнеш булдырыу.

Разведчиктар тиҙ арала Днепрҙың уң яҡ ярына йөҙөп сыға һәм атышһыҙ-ниһеһ дошман дозорныйҙарын ҡулға ала. Уларҙың юлында юблиндаж осрай. Немецтар ваҡыты-ваҡыты менән автоматтан ут аса. Егеттәргә ошо ут нөктәһен юҡ итеү бурысы ҡуйыла. Һәм бер нисә сәғәттән был бейеклек яулана.

Бер аҙҙан немец артиллерия уты аса. Снарядтарҙың гөрһөлдәгән тауышы оҙаҡ тынмай. Сержант Ғәҙелшин штабка лейтенант Лукиндың уң яҡ ярҙағы плацдармды ҡулға төшөрөүе тураһында хәбәр итә. Шцул уҡ ваҡытта Ҡыҙыл Армияның төп көсө килеп еткәнсе, нисек тә булһа, плацдармды тотоп торорға приказ бирелә.

Разведчиктар иртән иртүк фашистарҙың яңы көс менән ут асырын белә ине. Шуның өсөн төндә тәрән итеп траншеялар ҡаҙыйҙар һәм пулемет нөктөләре урынлаштыралар. Таң атыу менән гитлерсылар контратаға күсә. Дошманды үҙ траншеяларына яҡынайтҡас, разведчиктар уларҙы гранаталар менән “дөмбәҫләй”. Һуңыраҡ пулеметтарҙан. Автоматтарҙан ут асалар. Был алыштан гитлерсылар тере килеш сыға алмайҙар. Совет һалдаттары, трофейлы пулеметтар һәм автоматтар ҡулланып, фашистарҙы тар-мар итәләр.

Тик дошмандың артиллериянан ут асыуы разведчиктар өсөн ҙур зыян килтерә. Был һуғышта лейтенант Лукин һәләк була. Шул ваҡытта сержант Ғәҙелшин взвод менән идара итеүҙе үҙ өҫтөнә ала.

Һуғыш ҡыҙғандан-ҡыҙа. Сержант Хәмит Ғәҙелшин былай ти:

- Һуңғы һулышыбыҙға ҡәҙәр дошман ҡаршы алышасаҡбыҙ. Беҙ бит комунистар...

Дошман танктары бер нисә рәткә теҙелеп ҡаршыға килә. Ерҙе дер һелкетеп, “Тигрҙар” һөжүмгә күсә. Ярай әле шул ваҡытта “Катюшалар” ярҙамға килә. Икенсе көндә иртән бөтөн полк Днепрҙың уң яҡ ярында була.

Был һуғышта сержант Хәмит Ғәҙелшин ҙур батырлыҡ күрһәтә. Снаряд ярсығы тейеп, кәмә һыуға батҡас, рация менән идара иткән һалдат була, шулай ҙа Хәмит Ғәҙелшин радиостанцияны ҡотҡарып ҡала һәм тиҙ арала дивизия командиры менән бәйләнеш булдырып, дошман уты аҫтында алһыҙ-ялһыҙ 12 сәғәт эшләп, операцияның уңышын тәьмин итә. Ошо батырлығы өсөн ул юғары наградаға лайыҡ була. 1944 йылдың 22 февралендә Хәмит Ғәҙелшинға Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.

Бөйөк Ватан һуғышынан һуң Хәмит Ғабдулла улы Ғәҙершин армияла хеҙмәт итә., Ленинградта элемтә хәрби академияһын тамамлай. Ул полковник дәрәжәһенә етә. Һуңыраҡ Фрунзе ҡалаһында һөнәрселек-техник училишеһында элемтәселәр техникумында уҡыта.

Ҡаһарман яугир, оставкалағы полковник, Советтар Союзы Геройы Хәмит Ғәҙелшин 2000 йылдың 10 ғинуарында Ҡырғыҙстанда ерләнгән.

Хәмит Ғәҙелшиндың батырлығын яҡташтары онотмайҙар, ул һәр кемдең күңелендә яҡты иҫтәлек булып һаҡлана.

 

Мәңгелек дандары ҡалды
Мәңгелек дандары ҡалды
Автор:
Читайте нас