

«Йәштәр һәм балалар» милли проектын (национальный проект «Молодежь и дети») тормошҡа ашырыу сиктәрендә Өфө вуз-ара кампус резиденты «Өҫтөнлөк 2030» дәүләт программаһы гранты аҡсаһына Өфөнөң архитектура тарихын һаҡлау буйынса эш алып бара. Өфө дәүләт нефть техник университетының Креатив индустриялар һәм урбанистика лабораторияһына ошо уҡ вуздың Ресурстарҙы һаҡлау, урбанизацияланған территорияларҙы йәшәү менән тәьмин итеү системаларын 3d-моделдәштереү ғилми-тикшеренеү лабораторияһы ҡушылды. Был хаҡта Башҡортостандың мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр иттеләр.
– Ҡасандыр ҡала үҫешенә ҙур өлөш индергән яҡташтарыбыҙ йәшәгән йорттар һанлы формала ғына һаҡланып ҡалмай, ә 3D-принтерҙа баҫтырып сығарырға мөмкин булған моделдәргә лә әйләнә. Проект ҡаланың архитектура тарихын, ҡасандыр Өфөлә йәшәгән күренекле кешеләр тураһында хәтерҙе һаҡлауға йүнәлтелгән, - тип һөйләне Өфө дәүләт нефть техник университетының архитектура кафедраһы мөдире Светлана Байморатова.
Өфө дәүләт нефть техник университетының архитектура кафедраһы күп йылдар Өфө ҡалаһының архитектура һәм ҡала төҙөлөшө тарихы менән бәйле тикшеренеү эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә. Студенттар үҙҙәренең уҡытыусылары етәкселегендә креатив индустриялар һәм урбанистика лабораторияһында юғалған архитектура ҡомартҡыларының ҡиәфәтен тергеҙә, төрлө тарихи объекттарҙың 3D-моделдәрен һанлаштыра һәм төҙөй.
Лабораторияла булған ҡомартҡыларҙы үлсәп, һыҙмалар эшләйҙәр. Күп кенә һәйкәлдәр юҡ, уларҙы һүрәтләүҙәр һәм һаҡланып ҡалған фотоһүрәттәр буйынса тергеҙергә тура килә. Проект төрлө форматтарҙа тормошҡа ашырыла – тарихи эҙләнеүҙәр, виртуаль моделдәр, макеттар төҙөү, сайт өҫтөндә эшләү.
Фото: pravitelstvorb.ru
https://bashgazet.ru