

Бөгөн Өфөлә уҙған Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының II Бөтә Рәсәй съезында билдәле йәмәғәт эшмәкәре Һәм мәғрифәтсе Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы Бураҡаеваға “Башҡортостандың халыҡ уҡытыусыһы” тигән маҡтаулы исем бирелде.
Белеүебеҙсә, Мәрйәм Сабирйән ҡыҙының методикалары, «Урал батыр» эпосына нигеҙләнгән программалары республиканың күп уҡыу йорттары өсөн терәк булды. Почетлы награданы уның ҡыҙы – сценарист һәм яҙыусы Зөһрә Бураҡаева алды.
Мәрйәм Бураҡаева – Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты. Ул Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында тыуған. Ошонда урта мәктәптә уҡый.
1965 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлағандан һуң Күмертау районының Маяҡ ҡасабаһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Телерадиотапшырыуҙар буйынса комитетта, «Башҡортостан ҡыҙы» журналы, «Совет Башкортостаны» гәзите редакцияларында журналист, республиканың Мәғариф министрлығында милли мәктәптәр бүлеге инспекторы булып эшләй. 1995 йылдан – РФ Мәғариф министрлығының Милли мәғариф проблемалары институтының Башҡортостан филиалы хеҙмәткәре, 2004 йылдан «Киске Өфө» гәзитендә эшләй.
Мәрйәм Бураҡаева – «Һүнмәҫ нурҙар», «Һылыуҡай», «Арғымаҡ», «Тормош hабаҡтары» һәм башҡа китаптарҙың авторы. Уның авторлыҡ программаһы буйынса туған тел һәм мәҙәниәт буйынса «Йәйләү» республика профилле сменаһы уңышлы эшләп килә.
Мәрйәм Сабирйән ҡыҙын башҡорт йәмәғәтселеге күптән инде милләт әсәһе, ағинәй булараҡ белә һәм хөрмәт итә.
Сығанаҡ: “Башинформ” агентлығы.