

II Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылар съезы юғары кимәлдә үтте. Уны үткәрер, ойошторор өсөн күпме көс һалынғанын тоҫмалларға була.
Был ҡорҙа мәшһүр “Урал батыр” эпосы илем, телем, моңом, тип янғандарҙы берләштереүсе булып торҙо – туғыҙ тематик майҙансыҡ эпостан алынған исемдәр менән билдәләнгәйне: “Аҡбуҙат”, “Самрау”, “Иҙел”, “Һомай”, “Урал батыр”, “Шүлгәнташ”, “Гөлөстан”, “Аҫылташ”, “Йәншишмә”.
Был мәртәбәле сараға мин (Р.И.Әхмәтова), Р.С.Тихонова, Бишбүләк районы хәкимиәтенең социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары А.Данилов, мәғариф бүлеге начальнигы И.Н. Родичкина ҡатнашты. Беҙ, Бишбүләк районы делегаттары, тәжрибә туплап, аралашып, ҡыуанып йөрөп ҡайттыҡ.
Бөгөнгө көндә беҙгә балалар тәрбиәләүҙең Урал батыр тәғлимәтенән, халыҡ педагогикаһынан тыш булыуы мөмкин түгел икәнен төшөндөрөп йәшәүсе Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы Бураҡаеваның хеҙмәтен юғары баһалауҙарына бик шатландыҡ, ғорурландыҡ.
Ҡор барышында республика башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың телмәрендә башҡорт телен үҫтереүҙә күп көс һалған мәғариф ветерандарын хөрмәтләп телгә алыуын бөтә зал менән алҡышланыҡ. Шулай уҡ июнь айында “Урал батыр” эпосына арналған көн буласағына ла ҙур ҡыуаныс кисерҙек. Бәлки был көн ил, артабан донъя кимәлендә байрам ителер, сөнки беҙҙең эпосыбыҙ планетар масштабтағы күренеш. Ғаиләлә башҡорт телендә аралашыу булмаһа, уны балалар баҡсаларына, мәктәптәргә тапшырып ҡуйыу ҙа дөрөҫ түгел, Шуға ла туған телебеҙҙең йәшәйеше өсөн йәмғиәтебеҙҙә атҡараһы ғәмәләдәрҙе тормошҡа ашыраһы ла ашыраһы әле.
Һәр бер ҡор – үткәнгә һығымта яһау, киләсәккә пландар ҡуйыу яғынан бик файҙалы. Съездан артабан эшләргә дәрт алып ҡайтыу – ҙур мәртәбә, уны коллективҡа, ата-әсәләр йәмәғәтселегенә еткереү ҡулдан килгән эш.
Башҡорт телебеҙ йәшәһен, беҙҙең быуын заманы телебеҙҙең нығыныуын һынландырған ваҡыт булып тарихҡа инеп ҡалһын. Беҙҙе бер ҡор итеп туплаған БР мәғҡариф һәм фән министрлығына, милли мәғариф бүлеге хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәт.
Ресурс үҙәгенә, телебеҙҙе үҫтереү фондына, фән вәкилдәренә, битараф булмаған ата-әсәләр йәмәғәтселегенә, шундай ҙур майҙансыҡтарын үҙ базаларында йәйелдерегән коллегаларыма – милли уҡыу йорто директорҙарына ҙур рәхмәт!
Р.И. ӘХМӘТОВА,
Ҡыңғыр-Мәнәүез мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.