Дим буйҙары
+30 °С
Болотло

Алтын юбилярҙар тәбрикләнде

Бишбүләк ауылында йәшәүсе Сәмиғуллиндар һәм Сәббәховтар ғаиләһе Башҡортостан Башлығының бүләгенә лайыҡ булды

Алтын юбилярҙар тәбрикләндеАлтын юбилярҙар тәбрикләнде
Алтын юбилярҙар тәбрикләнде

Халыҡ-ара ғаилә аҙналығының барышында Бишбүләк районының ЗАГС бүлеге начальнигы И.В. Михайлова Бишбүләк ауыл Советы башлығы А. А. Семенов менән берлектә ике парҙы бергә ғүмер итеүҙәренең 50 йыллыҡ юбилейы менән ҡотланы.

Бишбүләк ауылында йәшәүсе Зәниф Зәйнулла улы һәм Наилә Вәлийән ҡыҙы Сәмиғуллиндар һәм Фазылғаян Нурғаян улы һәм Минесара Нурғәле ҡыҙы Саббаховтар ошо көндәрҙә алтын туйҙарын билдәләй. Бер - береһенә ҡарата һөйөү һәм ихтирам, балалар һәм ейәндәр бына шундай ябай булып күренгән нәмәләрҙә ғаилә тормошо һаҡлана һәм кешеләр 50 һәм унан да күберәк йыл бергә йәшәй.

Бишбүләктә йәшәүсе ғаилә парҙары район халҡына яҡшы таныш. Улар бик лайыҡлы, хөрмәтле кешеләр, хаҡлы ялда булһалар ҙа, хужалыҡтарында әле булһа мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрайҙар, йорттары сәскәләргә күмелеп ултыра, уларҙы шатландырып, ейән-ейәнсәрҙәре менән шөғөлләнәләр. Матур юбилярҙарға тағы ла күп йылдар бергә йәшәүҙәрен, оҙаҡ йылдар ныҡлы һаулыҡ, уларҙың ғаиләләренә һәм бөтә илебеҙгә һөйөү, тыныслыҡ теләйбеҙ!

https://vk.com/public221140550

Алтын юбилярҙар тәбрикләнде
Алтын юбилярҙар тәбрикләнде
Автор:
Читайте нас