

Башҡорт өсөн — ат ул мал ғына түгел, ул дуҫ, хужалыҡта hәм ауҙа ярҙамсы, шулай уҡ милли мәҙәниәттең һәм йолаларҙың мөһим элементы. Бикҡол ауылында йәшәүсе Таhир Ғосамов үҙенә "Тюльпан" ҡушаматлы дуҫын ғаилә ағзаһы итеп ҡабул итә, ихтирам менән ҡарай hәм был хистәрҙең бер-береһенә тартылыу булыуы күҙгә күренеп тора.
Таhир өс йылдан ашыу Салауат Юлаев исемендәге ауыл хужалығы кооперативында ат ҡараусы булып эшләй. Беҙ уның менән Дим йылғаһы буйындағы ат көтөүе утлап йөрөгән ауылдан йыраҡ түгел һыу буйында осраштыҡ. Ул мине үҙе генә ҡаршы алманы, иң элек Мөхтәр исемле тоғро эт килде. Ят ҡунаҡты еҫкәп ҡараны ла хужаһы янына ебәрҙе.
Аттар май айының һыуһыл сирәмен ныn сусыл сирәмен ашаған арала, беҙ бала саҡтан уҡ аттарҙы яҡшы белгән Таhир Ғосамов менән һөйләшә башланыҡ. Уның хикәйәһе бала саҡ тарихынан башланып китте. Ауыл малайҙары эшләп үҫә. Йәй көнө кемдер баҫыуҙа эшләгән, кемдер көтөү көткән. Берҙән бер көндө Таhир, һыйыр көтөүен көтөргә рөхсәт бирмәгәнгә, күҙ йәштәре түгеп, өйөнә ҡайтып керә. Оҙаҡ йылдар колхозда ат ҡараусы булып эшләгән Фeнис ағай улының илау сәбәбен белгәс, тынысландыра башлай. Атаһының: «Улым, борсолма, беҙ һинең менән бер көтөү аттар менән идара итербеҙ», — тигән һүҙҙәре егетте тынысландырып ҡына ҡалмай, күңелендә шундай мәғәнәле эҙ ҡалдырып, рухландырып ебәрә.
Шул вакыттан бирле хикәйәбеҙ геройы аттарға ғашиҡ була. Ул улар тураһында, уларҙың ғәҙәттәре һәм ҡайһы бер хайуандарҙың үҙенсәлектәре тураһында бик оҙаҡ һәм мауығып һөйләй ала, ә улар көтөүҙә йөҙ баштан артыҡ. Бейәләр һаны ғына ла йөҙгә яҡын. Көтөүлектә киң итеп утлап йөрөгән барлыҡ хайуандар араһында мин бер айырылып торған бейәне күрҙем. Уның муйынында кеше йоҙроғо ҡәҙәр ҡыңғырау сыңлауы йыраҡтан уҡ ишетелеп тора ине. Һөйләшкәндә, мин уның ауыҙынан ҡыҙыҡлы ваҡиға ишетттем. Бер көндө Таhир үҙенең йорт малдарын ҡарарға сыҡҡас, ҡапҡаның асыҡ булыуын күрә, унда аттар төнгөлөккә ҡалдырылған була. Загон буш. Ә иртән ҡуйы томан була, күреү мөмкинлеге насар. Ат ҡараусы ысыҡ баҫҡан сирәмдә ҡалған ат эҙҙәре буйлап китә лә, туҡтап, ниндәй ҙә булһа тауыш ишетергә өмөтләнеп, тыңлап тора. Кинәт алыҫта Йондоҙ ҡушаматлы бейәнең муйынындағы ҡыңғырау тауышы ишетелә. Көтөү бына шулай табыла. Ир-ат үҙенең малдарын яратып ҡарай, улар менән үҙҙәренә генә таныш булған телдә аралаша.
Таhир Ғосамов — район һабантуйында ат сабыштарында ҡатнашыусы hәм призер. Был көндәрҙә ул сираттағы ат ярыштарына әҙерләнә. Атты сабышҡа әҙерләү — ул үҙенсәлекле сәнғәт. Таhир Фәнис улы 2025 йылғы һабантуйында хөрмәткә лайыҡ ауыл хужалығы етештереүселәре иҫәбендә.
Ғази МӨХӘМӘТОВ.
Автор фотоһы.