

Быйыл Ватанды һаҡлаусылар йылы булараҡ, һабантуйҙа төп иғтибар махсус хәрби оперцияға ярҙам итеүсе ирекмәндәргә бирелде. Районыбыҙҙың һәр ауылында тиерлек МХО-лағы яугирҙәргә ярҙам итеү йәһәтенән ҙур эш башҡарыла. Быны күргәҙмәләрҙән асыҡ күрергә була ине, был изге эшкә ҡушылған ирекмәндәргә район хәкимиәте башлығы А.М.Зарипов ихлас рәхмәтен белдерҙе.
Бишбүләк районы ойошторолоуға - 385 йыл. Райондың тарихи-этнография музейы хеҙмәткәрҙәре тарафынан әҙерләнгән мөйөштә районыбыҙ тарихи үткәренә ҡағылған мөйөш булдырылған, документтар һәм фотолар күргәҙмәһе янында туҡталыусылар күп булды. Ә инде айырым рәттә ҡул эше оҫталарының күргәҙмәһе урын алғайны. Кемдер милли биҙәүестәр, күн әйберҙәр һатып алһа, икенселәр алмаз картиналарҙы, ағас эшләнмәләрҙе ҡараны, Михайловка оҫтаһы Андреевтың оҫтаханаһында бәхет дағаһы яһатып алды.
Һаламдан яһалған һындар, төрлө композициялар мәктәп коллективы һәм уҡыусыларҙың фантазияһы ни тиклем бай булыуын иҫбатлай. Бында килгән һәр кем ул һәм ҡыҙҙарын мауыҡтырғыс фигуралар янында мәңгеләштереп ҡалырға тырышты.
Ләйлә ҒҮМӘРОВА фотолары.