

- Ниһайәт, 21647 дана суртан Баймаҡ районына имен-аман килеп етте. Бөгөн иртәнге сәғәт 7-лә уларҙы Граф күленә ебәрҙек.
Күптәрҙең һорауы тыуа: ни өсөн тап суртан ебәргәндәр? Биш йыл самаһы элек Граф күлендә балыҡтар туңған һәм бөтә суртан һәләк булған. Бөгөнгә тиклем күлдә йыртҡыс балыҡ булмаған, был ваҡ балыҡтарҙың күплегенә килтергән. Хәҙер күлдә карастәр ҙур булып китәсәк, ә ҡоротҡостар — ротандар — юҡҡа сығасаҡ, сөнки уларҙы суртан юҡ итәсәк. Шулай итеп, мажаралар менән, әммә имен-аман, беҙҙең суртан Баймаҡ районына барып етте. Өс йылдан улар 1,5 килограмм самаһы ауырлыҡта була һәм ыуылдырыҡ сәсәсәк.