

Шаршамбы, 4 июндә, аяҙлы-болотло һауа торошо, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе көтөлә. Ел көнбайыштан секундына 5-10 метр тиҙлектә иҫәсәк, йәшен ваҡытында көсәйеүсән.
Һауа температураһы төндә +6, +11 градус тәшкил итәсәк. Көндөҙ термометр бағанаһы +20, +25 градусҡаса күтәрелә. Юлдарҙа төнгө һәм иртәнге сәғәттәрҙә томан төшәсәк, күреү мөмкинлеге 500-1000 метрға тиклем насараясаҡ.
Өфөлә аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ һауа торошо фаразлана. Ел көнбайыштан секундына 5-10 метр тиҙлектә иҫәсәк. Һауа температураһы төндә +8, +10 градус, көндөҙ +23, +25 градусҡаса йылына.
башинформ.