Дим буйҙары
+28 °С
Болотло

Тыл һәм хеҙмәт ветеранына - 100 йәш

Өфө районының Подымалов ауылынан Миңзифа Әсәнова 100 йәшлек юбилейын билдәләне. 

Тыл һәм хеҙмәт ветеранына - 100 йәшТыл һәм хеҙмәт ветеранына - 100 йәш
Тыл һәм хеҙмәт ветеранына - 100 йәш

Өфө районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Люцина Ризуанова йөҙйәшәр инәйҙе тыуған көнө менән тәбрикләне, тип хәбәр иттеләр муниципалитет хакимиәтенән.

Миңзифа Тимерғәли ҡыҙы 1925 йылдың 3 июнендә Шишмә районының Ураҙбаҡты ауылында тыуған. Уның тормош юлы – батырлыҡ һәм сыҙамлыҡ өлгөһө. Ул һуғыштың тәүге көндәренән үк эшкә төшә.

Тәүҙә колхоз баҫыуында тир түкһә, ағаһы фронтҡа киткәндән һуң ул ауылда хат ташыусы булып эшләй. Минзифа Тимерғәли ҡыҙы һалдаттарға ҡатындары һәм әсәләре исеменән хаттар яҙа, почта тарата, ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, үҙ эшен намыҫ менән башҡара.

Һуғыштан һуң ул күп өлкәләрҙә эшләй. Өс бала тәрбиәләп үҫтерә, 5 ейән-ейәнсәре, 8 бүлә-бүләсәре бар.

https://www.bashinform.ru

Тыл һәм хеҙмәт ветеранына - 100 йәш
Тыл һәм хеҙмәт ветеранына - 100 йәш
Автор:
Читайте нас