Дим буйҙары
+28 °С
Болотло

Башҡортостанда бөгөн "Йәшел эштәр марафоны" старт ала

Бөтә Рәсәй акцияһы («Марафон зеленых дел») 5 июндән 12 июнгә ҡәҙәр уҙасаҡ.

Башҡортостанда бөгөн "Йәшел эштәр марафоны" старт алаБашҡортостанда бөгөн "Йәшел эштәр марафоны" старт ала
Башҡортостанда бөгөн "Йәшел эштәр марафоны" старт ала

Марафонды Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйенса ойоштыролған «Экосистема» Бөтә Рәсәй экологик йәмәғәт хәрәкәте уҙғара.

Республикала марафон «Рәсй һыуы» экологик акцияһы менән асыласаҡ, сара бөгөн Өфөнөң Теплое күлендә уҙасаҡ. Был акция күл һәм йылға ярҙарын сүп-сарҙан таҙартыуҙы күҙ уңында тота. Уҙған йылда ҡатнашыусылар һаны һәм таҙартылған яр буйы линияһы оҙонлоғо буйынса Башҡортостан төбәктәр араһында өсөнсө урынды алды. Республика ҡала һәм райондары араһында Өфө лидер булды.

«Рәсәй һыуы» экологик акцияһында ҡатнашыусылар Инорс биҫтәһендә йыйыласаҡ. Программала, шулай уҡ, «Өфө муйынсаһы» буйлап йөрөү, ҡыҙыҡлы кешеләр менән осрашыуҙар, флешмоб, уйындар, викториналар һәм приздар тапшырыу ҡаралған.

kiziltan.ru

Башҡортостанда бөгөн "Йәшел эштәр марафоны" старт ала
Башҡортостанда бөгөн "Йәшел эштәр марафоны" старт ала
Автор:
Читайте нас