

Районыбыҙҙың күп ауылдарында МХО-лағылар өсөн маскровка селтәрҙәре үрелә, әлеге мәлдә ирекмәндәр хәрбиҙәрҙең һорауы буйынса маскировка халаттары үрә. Был эш ярайһы ғына мәшәҡәтле, шуға күрә, иң тәүҙә ҡатын-ҡыҙҙар Эллина Суфьянова ойошторған оҫталыҡ дәресендә был эштең нескәлектәрен өйрәнде.
Әлеге мәлдә Аҙнай һәм Дим ауылы ирекмәндәре "кикимора" костюмдары үреү менән мәшғүл. Арала урта йәштәгеләр ҙә, өлкәндәр ҙә бар. Түҙемлек һәм тырышлыҡ менән улар бер нисә пар маскировка халаты әҙерләгән.
—Беҙ үргән әйберҙәр ғәзиз балаларҙың, ир-егеттәрҙең ғүмерҙәрен һаҡлаһын. Тиҙ арала Еңеү яулап, иҫән-һау әйләнеп ҡайтһындар! Шатлыҡлы күрешеүҙәр насип итһен Аллаһы Тәғәлә! — ти улар.