Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
20 Июнь 2025, 07:00

Баҡса еләгенән тәмле пирог

Баҡсала ҡыҙарып еләктәр бешә башланы.  Әйҙәгеҙ, сәй янына тәмлекәс бешерәйек

Баҡса еләгенән тәмле пирогБаҡса еләгенән тәмле пирог
Баҡса еләгенән тәмле пирог
Бының өсөн 300 грамм еләк, 2 йомортҡа, 100 грамм һөт, 100 грамм шәкәр ҡомо, 100 грамм май, 250-300 грамм он, бер балғалаҡ сәй содаһы һәм кәрәгенсә тоҙ алына.
Тәрән һауытҡа йомортҡа һытып, һөт, шәкәр ҡомо, иреткән аҡ май, сәй содаһы, тоһ өҫтәйбеҙ ҙә яҡшылап туғлайбыҙ. Ошо массаға он ҡушып, тағын яҡшылап бутайбыҙ. Килеп сыҡҡан ҡамыр ҡаймаҡтан саҡ ҡына ҡуйыраҡ булырға тейеш.
Артабан ҡамырға шәкәр ҡомо ҡушылған еләк һалып болғатабыҙ һәм табаны майлап, әлеге массаны шунда һалабыҙ. Өҫтөн тигеҙләгәс, ҡыҙған духовкаға ҡуйып, 50-60 минут бешерәбеҙ. Бешкән бәлеш өҫтөнә шәкәр оны һибергә була. Һыуынғас, шаҡмаҡлап киҫеп, сәй янына бирәбеҙ. Бындай бәлеште башҡа төрлө еләк-емештән дә бешереп була.
Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!
alluki.ru
Баҡса еләгенән тәмле пирог
Баҡса еләгенән тәмле пирог
Автор:
Читайте нас