Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
21 Июнь 2025, 07:49

Медицина хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләнеләр

Ҡасҡын ауылының фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире Ниғмәтуллина Зария Рифғәт ҡыҙы «Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы» күкрәк билдәһе менән бүләкләнде

Медицина хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләнеләрМедицина хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләнеләр
Медицина хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләнеләр

Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан Үҙәк район дауаханаһының баш табибы Марат Абдуллин тантаналы шарттарҙа хеҙмәткәрҙәргә лайыҡлы наградалар тапшырҙы. Ундай хөрмәткә юғары һөнәрмәнлеге, фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Зәриә Ниғмәтуллина ла лайыҡ булды.  

Бер тапҡыр һәм мәңгегә һайланған һөнәре уға донъялағы иң яҡшыһы булып күренә. Һәм яңыраҡ «Башҡортостан Республикаһы буйынса 2021 йылда урта медицина һәм фармацевтика белеме менән иң яҡшы белгес» республика профессиональ конкурсында «Иң яҡшы фельдшер» номинацияһында еңеү яулаған.

Зариә Рифғәт ҡыҙы тыумышы менән Йылбулаҡтамаҡтан. Атаһы иртә вафат була, Зариә ул саҡта 5 класта уҡый. Урта белем тураһында аттестат алып, һөнәр һайлағандан һуң, ҡыҙ медицина училищеһының акушерлыҡ бүлегендә уҡый. 1982 йылда уны уңышлы тамамлағас, Бишбүләк ауылындағы үҙәк район дауаханаһының бала табыу йортонда эшләй башлай.

- Әлбиттә, элек эшләүе күпкә ҡатмарлыраҡ ине. «Ашығыс ярҙам» машинаһы булмай, колхоз идараһы төнгө саҡырыуҙарға һәм ауырыуҙарҙы дауаханаға оҙатыуға дежур машина бүлә торғайны, - тип хәтерләй Зариә Рифғәт ҡыҙы - Ауырыуҙарҙы дауаханаға ат, трактор менән алып барған саҡтар ҙа булды. Минең практикала юлда бала табыу осрағы булды. Ул саҡта тыуым юғары ине, йылына 10-15 йөклө иҫәптә торҙо. Айыт ауылында табип амбулаторияһы асылғас, эш күпкә еңеләйҙе.

Зәриә Рифғәт ҡыҙы эш менән йәшәй: халыҡҡа беренсел медицина-санитар ярҙам күрһәтә, халыҡты профилактик медицина тикшереүҙәрен ваҡытында ойоштора, диспансер иҫәбендә торған ауырыуҙарҙы даими контролдә тота, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, ауырыуҙар үҫешен иҫкәртеү буйынса санитар-ағартыу эшен алып бара, бөтә кәрәкле документтарҙы ваҡытында рәсмиләштерә һ.б.

1999 йылда Зариә Рифғәт ҡыҙы «Дауалау эше (фельдшер)» программаһы буйынса профессиональ ҡайтанан әҙерлек үтә. Һәр биш йыл һайын квалификация күтәреү курстары үтә. Юғары квалификация категорияһына эйә. Эшләгән йылдарында фельдшер күп һанлы грамоталарға һәм рәхмәт хаттарына лайыҡ булған. 

Ауыл фельдшеры сәләмәт тормош алып бара һәм ауылдаштарына яҡшы өлгө күрһәтә: йәйге осорҙа саҡырыуға тик велосипедта ғына бара, скандинав йөрөшө менән шөғөлләнә. Зариә Рифғәт ҡыҙының мауығыуҙары күп яҡлы: ҡул эштәре менән шөғөлләнә, сәскәләр үҫтерә, төрлө ҡамыр ризыҡтары әҙерләргә ярата. Ҡатын-ҡыҙға йырлау айырыуса шатлыҡ килтерә. Ул ауылдың, райондың, республиканың мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнаша, 'Ынйылар" фольклор вокаль төркөмө составында сығыш яһай. 

Активист һәм йәмәғәтсе, Йылбулаҡтамаҡ ауыл советы депутаты булараҡ, 22 йыл дауамында ауыл биләмәһе халҡының мәнфәғәттәрен яҡлай, 30 йылдан ашыу ҡатын-ҡыҙҙар Советы составында ғаиләләргә, балаларға, яңғыҙ әсәләргә ярҙам күрһәтеү буйынса социаль әһәмиәтле мәсьәләләрҙе хәл итеү, төрлө йүнәлештәге саралар үткәреү менән шөғөлләнә. Ауылды төҙөкләндереү мәсьәләләрен хәл итеүҙә бер ҡасан да ситтә ҡалмай, сөнки һәр нәмәлә тәртип ярата.

Зария Рифғәт ҡыҙы тормошонда төп таяныс — ғаиләһе. Ире Радис Мирасович менән ике ҡыҙ һәм бер ул үҫтергәндәр. Уларҙың һәр береһе тормошта үҙ юлын таба: Регина һәм Руфина педагогик юл һайлай, Азамат Төньяҡта эшләй. Балалар йыш ҡына ата-әсәләр йортонда ҡунаҡта ҡайта.  Зариә Ниғмәтуллина бөгөн балаларының ейән-ейәнсәрҙәренең уңыштары өсөн һөйөнөп йәшәй. 

 

 
 

 

 

Медицина хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләнеләр
Медицина хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләнеләр
Автор:Гумерова Л
Читайте нас