

Башҡортостанда йәшәүсе 80-дән артыҡ ҡатын-ҡыҙ «Беренсе юрта» волонтерлык проектының 13 төркөмө составында Луганск госпиталдәрендә дауаланыусыларға ярҙам иткән. Шул иҫәптән беҙҙең райондан ете кеше, шуларҙың береһе Галина Әхмәтова. — Луганск госпиталенә барыу ҡарары минең өсөн яуаплы аҙым булды. Әлбиттә, бындай ярҙам кешенән ҙур физик hәм мораль көс талап итә, — тип һөйләй яҡташыбыҙ. — Әйтергә кәрәк, мин әкренләп шул йүнәлештә бара инем: Бишбүләктә маскировка селтәре үрелеүе тураһында иғлан ителеү менән, мин шунда уҡ ветеринария станцияһына киттем.
Галина Федоровна күпмелер ваҡыт 2-се урта мәктәптә, шунан һуң Мәҙәниәт һарайындағы үреү пунктында эшләй. Әле уларҙың йыйылыу урыны «Огонек» магазины янында урынлашҡан «Надежный тыл» штабында. Тап бына бында ҡатын-ҡыҙҙар утыҙҙан артыҡ пункт өсөн селтәр үреү материалдары, костюмдар hәм юрғандар әҙерләй. Райондың барлыҡ ауылдарынан килтерелгән посылкаларҙы ҡабул итеү, кер йыуыу сараларын айырым, аҙыҡ-түлек һәм кейем-һалымды айырым тартмаларға бүлеү, уларҙы «Башҡортостан» полкы командирҙарына hәм ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтыусы һуғышсыларға ебәрергә әҙерләү — уларҙың көндәлек эше. Галина маскировка үреүҙә ҡатнаш, Леший костюмы, нашлемник, медицина салфеткаһы әҙерләй, сәй төргән, селтәр өсөн туҡыма киҫкән, гуманитар яҙамды сорттарға айырыуҙа һәм уларҙы оҙатыуҙа ҡатнашҡан. Һәм, ҙур эш башҡарыуға ҡарамаҫтан, Галина үҙенең ярҙамы — диңгеҙҙәге бер тамсы, тип һанай. Шуныһын да билдәләп үтeргә кәрәк, Галинаның ейәне Илья ла — ысын патриот, ул өләсәһенең ирекмәнлек эшендә даими ярҙам итә.
Ябай ҡатын-ҡыҙҙың госпиталгә барыу ҡарарын ғаиләлә хуплайҙар, балалары hәм ейәндәре үҙҙәренең өләсәләре барыһын да булыдыра аласағына ышана.
— Мин китeр алдынан әсәйемә генә унда баруымды әйттем, — тип иҫкә ала Галина. — Минең әсәйем, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, дoнъя хәлдәре менән ҡыҙыҡһына, Украиналағы хәлдәр тураһында ул белә, шуға күрә башта дөрөҫөн әйьергә батырсылыҡ итмәнем, уны ҡайғыртаһым килмәне. Ләкин ҡайтып, Луганскиға госпиталгә барғанымды хәбәр иткәс, Валентина Васильевна ҡыҙы өсөн ғорурланыуын йәшермәгән. Yҙе күп һынауҙар кисергән әсә ҡыҙының башҡаса эшләй алмауын аңлаған.
Һуғыш барған Луганск бит hәр ҡулға, ярҙамға килергә әҙер булған һәр кемгә мохтаж. Һәм уның ҡыҙы тыуған йорт йылыһын ҡалдырып, яралыларҙың хәлен еңеләйтеү өсөн госпиталгә киткән. Ул яралыларҙы күргән, ыңғырашҡан тауыштарын ишеткән, ләкин артҡа сигенмәгән, уларға ярҙам итеү өсөн ҡулынан килгәндең барыһын да эшләгән. Ана йoрeге кызыныn бoтен кичерешлeрен тойган heм аnа никадeр авыр икeнен аnлаган.
— Һәр командировка ике аҙна дауам итә, мин унда март айында булдым. Хәрби-ялан госпиталендә беҙ иртәнге 8.00 –ҙән 19.00-гә ҡәҙәр эшләнек, иртән медперсонал менән бергә теҙелә торғайныҡ. Палаталарҙа дежур торҙоҡ, бүлмәләрҙе йыйыштырҙыҡ, һауыт-һаба йыуҙыҡ, пациенттарҙы процедураларға алып барҙыҡ һәм саф һауала йөрөттөк, ашағанда hәм дарыуҙар ҡабул иткәндә ярҙам иттек һәм башҡалар, — тип һөйләй ирекмән. — Дөйөм ятаҡта йәшәнек. Луганскиҙан ҡайтып китeр алдынан Рамил Баҙамшин концерт менән килде. Һуғышсыларға уның сығышы бик оҡшаны.
Вахтадан ҡайтҡас, Галина Федоровна «Надежный тыл» штабындағы һуғышсыларға ярҙам күрһәтеүен дауам итә: улар гуманитар ярҙам hәм госпиталь өсөн кәрәкле барлыҡ әйберҙәр йыйыуҙар ҡатнаша, селтәр hәм Леший костюмдары үрәләр, дронга ҡаршы одеялдар тегәләр, үлән сәйҙәре әҙерләйҙәр... Барыһын да һанап бөтөрөп булмай.
— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, госпиталдә эшсе ҡулдар етешмәй, кәрәк булһа, мин тағын бер тапҡыр барырға әҙер, — ти ышаныс менән Галина Әхмәтова. «Волонтерлык хәрәкәте төрлө йәштәге, социаль хәлдәге, төрлө һөнәр эйәләре булған ҡатын-ҡыҙҙарҙы берләштерә: медиктар, уҡытыусылар, дәүләт hәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр, журналистар hәм эшҡыуарҙар», — тип билдәләп үтте Башҡортостан Республикаһы эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко. Проект республикала 2024 йылдың ноябрендә старт алды hәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәре өсөн өлгө булып тора.
Галина ВАРИКОВА.
Фотолар Галина Әхмәтованыn шәхси архивынан