Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
24 Июль 2025, 06:54

1 октябрҙән бәләкәй бизнес кредит каникулдары алырға мөмкин

Думаһы тейешле закон ҡабул итте. Бизнес субъекты көрсөк хәлендә булмаһа ла, каникулдар бирелә.

1 октябрҙән бәләкәй бизнес кредит каникулдары алырға мөмкин1 октябрҙән бәләкәй бизнес кредит каникулдары алырға мөмкин
1 октябрҙән бәләкәй бизнес кредит каникулдары алырға мөмкин

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һәм үҙмәшғүлдәр кредит каникулдары алырға хоҡуҡлы. Закон 1 октябрҙә көсөнә инә. Рәсәй Банкында белдереүҙәренсә, каникулды ярты йылға, биш йылға бер тапҡыр, һәр кредитҡа алырға мөмкин. Эшҡыуарҙың йәки компанияның килеме кәмегәнме-юҡмы икәне мөһим түгел.

Әммә лимиттар бар. Кредит күләме түбәндәге сумманан артмаһа, каникулдар бирелә:

- микропредприятиелар өсөн — 60 миллион һум.,

- бәләкәй предприятиелар өсөн — 400 миллион һум.,

 - урта предприятиелар өсөн — 1 миллиард һум.,

 - үҙмәшғүлдәр өсөн — 10 миллион һум.

Льготалы осорҙа процент иҫәпләнә һәм ай һайын капитализациялана, йәғни кредит суммаһына өҫтәлеп бара.

Каникулдарҙы 2024 йылдың 1 мартынан һуңыраҡ төҙөлгән килешеүҙәр буйынса рәсмиләштерергә рөхсәт ителә.

Башҡортостандың Милли банкы мәғлүмәттәре буйынса, ағымдағы йылдың ғинуар-апрелендә бизнес 191,5 миллиард һум алған, күләмдең 2/3 өлөшө тиерлек эре компанияларға тура килә. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ иһә бурысҡа алыуҙы кәметә – кредитты хеҙмәтләндереү бик ҡиммәткә төшә.

https://www.bashinform.ru/

1 октябрҙән бәләкәй бизнес кредит каникулдары алырға мөмкин
1 октябрҙән бәләкәй бизнес кредит каникулдары алырға мөмкин
Автор:
Читайте нас