Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
24 Июль 2025, 07:33

Башҡортостанда йәш депутаттар Советы барлыҡҡа килде

Ойошма ағзалары — республиканың урындағы үҙидараның вәкиллекле органдарына, шулай уҡ бөтә системалы партияларҙан БР Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтайға һайланған 35 йәшкә тиклемге парламентарийҙар.

Башҡортостанда йәш депутаттар Советы барлыҡҡа килдеБашҡортостанда йәш депутаттар Советы барлыҡҡа килде
Башҡортостанда йәш депутаттар Советы барлыҡҡа килде

Башҡортостанда барлыҡ йәш депутаттарҙы берләштергән ойошма — «Башҡортостан Республикаһының йәш депутаттар Советы» (Автоноимялы коммерцияға ҡарамаған) ойошмаһы булдырылды. Ойошма ағзалары — республиканың урындағы үҙидараның вәкиллекле органдарына, шулай уҡ бөтә системалы партияларҙан БР Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтайға һайланған 35 йәшкә тиклемге парламентарийҙар.

Эштең өҫтөнлөклө йүнәлештәре иҫәбендә республикала иҡтисади, социаль һәм ижтимағи-сәйәси процестарҙың сифат кимәлен күтәреү, дәүләт йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыуға йәлеп итеү иҫәбенә йәштәр менән эшләү, закондар сығарыу башланғыстарын булдырыу инә.

Бөгөнгө көндә Башҡортостанда 8800-ҙән ашыу муниципаль депутат иҫәпләнә. Шуларҙың 636 кешеһе — йәштәр, йәғни 7 проценты. Сағыштырыу өсөн: 2018 йылда улар 1300 кеше булған. Матбуғат конференцияһы спикерҙары билдәләүенсә, дөйөм бурыс — Ҡоролтайҙы һәм Дәүләт думаһын да индереп, бөтә кимәлдәге йәш депутаттар һанын арттырыу, сөнки йәш сәйәсмәндәр — илдең, үҙ төбәгенең, районының йәки ҡалаһының үҫеш процестарында төп ҡатнашыусылар.

Башинформ.

Башҡортостанда йәш депутаттар Советы барлыҡҡа килде
Башҡортостанда йәш депутаттар Советы барлыҡҡа килде
Автор:
Читайте нас