

Бөтә Рәсәй “Ватанға хеҙмәт итәм” мәғрифәтселек акцияһына старт бирелде.
Бөтә ил буйлап, Донбасс һәм Новороссия төбәктәрен дә индереп, махсус хәрби операция ветерандарын һәм ҡатнашыусыларын йәштәр менән берләштереүсе саралар үтәсәк.
Был акция икенсе йыл рәттән үтә. 2024 йылда акция мәлендә меңдән ашыу МХО ветераны һәм ҡатнашыусыһы сығыш яһаған. Уларҙы 30 мең кеше тыңлаған.
2024 йылдың көҙөндә Өфөлә “Ватанды һаҡлаусылар” фондының Башҡортостан буйынса филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары һәм Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы хеҙмәткәрҙәре өсөн лекциялар үткәрҙе. Ул “Ватанды һаҡлаусылар” фонды филиалы эшмәкәрлеге хаҡында һөйләне, махсус операцияла ҡатнашыусыларҙың һәм ветерандарҙың ғаиләләренә төбәк һәм федераль ярҙам саралары менән таныштырҙы. Тыңлаусылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе.
Быйыл “Ватанға хеҙмәт итәм” фонды проекты сиктәрендә Күгәрсен районының “Мораҙым” лагерында ял иткән балалар хәрби хәрәкәттәр ветераны “Добрый” позывнойлы Ғәли Рәхмәтуллин менән осрашҡан. Ветеран үҙенең хәтирәләре менән уртаҡлашҡан һәм балаларҙың һорауҙарына яуап биргән. Осрашыу аҙағында балалар “Һалдатҡа хат” яҙып, Еңеү менән тиҙерәк ҡайтыуҙарын теләгән. Был хаттар МХО зонаһына ебәрелгән.
Акцияла ҡатнашыусы лекторҙар араһында “Белем” Рәсәй йәмғиәте, «ЯУГИР» үҙәге инструкторҙары, ветерандарҙың төбәк ассоциациялары ағзалары, хәрби табиптар бар. Уларҙың уртаҡ маҡсаты – шәхси тарихтар һәм асыҡ һөйләшеү аша йәш быуынға Ватанға хеҙмәт итеүҙең, батырлыҡтың һәм гражданлыҡ яуаплылығының мәңгелек ҡиммәттәрен еткереү. РФ оборона министры урынбаҫары, “Ватанды һаҡлаусылар” фонды рәйесе Анна Цивилева һүҙҙәренсә, Бөтә Рәсәй “Ватанға хеҙмәт итәм” акцияһы - быуындар бәйләнешен нығытыуҙа һәм ысын патриоттар тәрбиәләүҙә мөһим аҙым, сөнки йәштәр илдең тарихын белергә генә түгел, ә уның киләсәге өсөн шәхси яуаплылыҡ тойорға тейеш.
Акция барышында бөтә ил буйынса 250-нән ашыу ватан һаҡсыһы сығыш яһаған. Уның йомғаҡтары буйынса йәмәғәт сығыштары нигеҙҙәре буйынса курс әҙерләнгән. Ул биш видео дәрестән тора һәм геройҙарға белем һәм фекерҙәрҙе аудиторияға тағы ла һөҙөмтәлерәк еткерергә мөмкинлек бирә.
Фото – филиал фонда «Защитники Отечества».
https://bashgazet.ru