Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
29 Июль 2025, 08:07

Матур датала өйләнешеүселәр күпме?

Бишбүләктә был көндә биш пар ғаилә ҡорған

Матур датала өйләнешеүселәр күпме?Матур датала өйләнешеүселәр күпме?
Матур датала өйләнешеүселәр күпме?

Матур датала – 2025 йылдың 25 июлендә республикала 525 пар ғаилә ҡорған. Был турала Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты рәйесе Владимир Спеле хәбәр итә.

Өфө ЗАГС-тары 119 никах теркәгән. Күпселек туйҙар Киров (26), Совет (17), Ленин һәм Орджоникидзе (15-шәр) райондарында үткән.

Республикала теркәлгән никахтар һаны буйынса беренсе урында – Нефтекаманың ЗАГС бүлеге (28 никах), артабан Белорет килә (20 пар), өсөнсөлә – Благовещен (19 пар). Райондар араһынан әбйәлилдәр бик әүҙем (15 никах), икенсе урында – Шишмә районы (14 яңы ғаилә).

https://www.bashinform.ru

 

Матур датала өйләнешеүселәр күпме?
Матур датала өйләнешеүселәр күпме?
Автор:
Читайте нас