

Бишбүләк ауылының 2-се урта мәктәбен тамамлаған Екатерина Курбатова рус теленән БДИ-ҙа өҫтәмә осорҙа ҡабат тапшырғанда 100 балл йыйған. Ул шулай уҡ Уҡыуҙағы айырым уңыштары өсөн II дәрәжә миҙал менән бүләкләнгән
Был триумф тырышып әҙерләнеү һәм тәбиғи һәләт һөҙөмтәһе генә түгел, ә маҡсатҡа ынтылу һәм еңеүгә ныҡлы ышаныс та булды. Екатерина рус телен бик яҡшы белеүен, уның стилистик һәм грамматик үҙенсәлектәрен тәрән аңлауын күрһәтте. Уның уңышы – маҡсатҡа ынтылыусанлыҡ һәм үҙ-үҙеңә булған ышаныу теләһә ниндәй кәртәләрҙе еңеп сығырға ярҙам итеүҙең асыҡ миҫалы.
- Мин ҡайһы бер фәндәрҙе ҡабат тапшырыу мөмкинлегенән файҙаланырға булдым, һәм рус телен һайланым, - тип уй-кисерештәре менән уртаҡлаша сығарылыш уҡыусыһы. - Был предмет буйынса башланғыс һөҙөмтә мине ҡәнәғәтләндермәне. Мин яңынан тапшырыу өсөн бер нисә аҙна алдан әҙерләнә башлармын, тип уйлағайным. Имтиханға барғанда 90 балдан да кәм булмаҫына өмөтләндем, һөҙөмтәлә 100 балл алдым!
Ҡыҙ ҡабат тапшырғанда стресс аҙыраҡ булды, ти, ул тыныс ҡына барыһын да хәл иткән, тикшергән, һәм үҙенең белемдәренә таянған, сөнки ул оҙаҡ һәм тырышып әҙерләнгән. Буласаҡ сығарылыш уҡыусыларына Екатерина уңышының серен асырға теләй – уҡырға, уҡырға һәм тағын бер тапҡыр уҡырға!
Бишбүләк 2-се урта мәктәбе коллективы үҙенең сығарылыш уҡыусыһы менән ғорурлана. Уҡытыусылары һәм класс класс етәксеһе Наталья Геннадьевна Николаева уның гуманитар фәндәргә ғәжәйеп һәләтле булыуын, актив позицияһын һәм үҙ-үҙен камиллаштырырға ынтылыуын билдәләп үтә. Екатерина һәр ваҡыт ҡыҙыҡһыныусанлығы, яуаплылығы һәм фекерләй белеүе менән айырылып торған.
Рус теленән БДИ-ҙа 100 балл алыу Екатерина Курбатоваға илдең абруйлы уҡыу йорттарына ишек аса. Ул Рәсәйҙең алдынғы юғары уҡыу йорттарының береһенә (юридик факультетына) уҡырға инергә хыяллана – документтарын Санкт-Петербург, Мәскәү, Ҡазанға тапшырған. Уның иҫ киткес һөҙөмтәһе Бишбүләк районының барлыҡ уҡыусылары өсөн үрнәк булып тора һәм мәктәптә белем биреүҙең юғары дәрәжәлә булыуын күрһәтә. Был уңыш – уның хеҙмәте һәм һәләте өсөн лайыҡлы бүләк, һәм ул, һис шикһеҙ, уның киләсәк ҡаҙаныштары өсөн ныҡлы нигеҙ буласаҡ.
Галина ВАРИКОВА,
Фото Екатерина Курбатованың шәхси архивынан.
Республикала Берҙәм дәүләт имтихандарында 16 813 ҡатнашыусы теркәлгән һәм 161 имтихан үткәреү пункты эшләгән. Иң популяр фән профилле математика булған (ҡатнашыусыларҙың 55 %-ты), шулай уҡ йәмғиәт белеме, информатика, биология, физика һәм химия менән ҡыҙыҡһынғандар.
Мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин билдәләп үтеүенсә, Башҡортостан профилле математика һәм тәбиғи-фәнни дисциплиналар буйынса БДИ тапшырыусы сығарылыш уҡыусыларының 40 процентҡа еткән, бул һан Рәсәй Хөкүмәте йөкләмәһен уҙып (2030 йылға ҡарата 35 %) һәм илдә беренсе урынды алыуға ирешкән.
Уҙған йыл менән сағыштырғанлда, республикала тарих, химия, инглиз теле һәм немец телд!ре буйынса уртаса балл артҡан. Йөҙ баллыҡ һөҙөмтәләр һаны 159-ға ҡәҙәр артҡан. Юғары балл йыйыусылар һәм БДИ тапшырыусылар һаны 60 балға артҡан.