Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
1 Август 2025, 10:00

Ураҡ-2025

Яңы комбайндар йыйыуға кереште

Ураҡ-2025Ураҡ-2025
Ураҡ-2025

Урып-йыйыу осоронда hәр иген йыйыу комбайны теләһә ҡайһы аграр предприятие өсөн баһалап бөтөргөһөҙ һәм бик кәрәкле ҡоролма булып тора. Өлгөргән уңышты ҡыҫҡа ваҡыт эсендә эшләүсе иген йыйыу комбайндары булғанда ғына йыйып алырға мөмкин.

— Беҙҙә Дәүләт техника күҙәтеүе инспекцияһында 75 иген йыйыу комбайны иҫәптә тора, — ти сектор мөдире, дәүләт техника күҙәтеүе  инспекцияһының баш дәүләт инженер инспекторы Эдуард Григорьев. — Улар урып-йыйыу башланғансы йыл һайын техник ҡарау уҙҙы һәм көҙгө культураларҙы йыйыуға кереште. Быйыл район хужалыҡтары тарафынан биш яңы иген йыйыу комбайны һатып алынды. Сөнки комбайндарға йөкләмә бик ҙур: hәр комбайнға алты йөҙ гектарҙан артыҡ йыйып алырға кәрәк. Июль айында Дим зонаһы крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарының иген йыйыу комбайндары менән тулыланыуын билдәләп үтеү  кyңелле. Былар — Дим ауылынан Азат Минәхмәтов hәм Тулбай ауылынан Рәфил Арыҫланов крәҫтиән-фермер хужалыҡтары. Бында «Россельмаш» заводының yҙебеҙҙә етештерелгән «Вектор-410»РСМ-101 иген һуҡтырыу комбайндары һатып алынған. Техника иҫәпкә ҡуйылған, механизатор кадрҙары менән комплектланған. Комбайндар урып-йыйыуға кереште.

Владимир СМОЛОВ,

Автор фотоһы.

Ураҡ-2025
Ураҡ-2025
Автор:
Читайте нас