Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
14 Август 2025, 09:28

Мул уңыш һөйөндөрә

Айыт ауыл Советы ауыл биләмәһенең Алексеевка ауылынан Михаил Турленконың крәҫтиән (фермер) хужалығында эштәр көйлө бара

Мул уңыш һөйөндөрәМул уңыш һөйөндөрә
Мул уңыш һөйөндөрә

Башҡортостан ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса,  быйыл республика аграрийҙарына 2 млн. 676 мең гектар майҙанда уңыш йыйырға тура киләсәк, шуларҙың 1 млн. 416 мең гектары — иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар hәм 680 мең гектарҙан артығы — техник культуралар. Бөгөнгө көнгә республикала 93 мең гектарҙа иген сабылған һәм һуҡтырылған, 300 мең тоннаға яҡын ашлыҡ йыйылған. Нигеҙҙә был – көҙгө бойҙай, ул быйыл башҡа культураларҙан алда өлгөргән. Республика буйынса был ужым культураһының уртаса уңышы гектарынан 40 центнерға етә. Стәрлетамаҡ, Саҡмағош hәм Ҡырмыҫҡалы райондарында был күрһәткес — гектарынан 50 центнер, ә Бүздәк районында — гектарынан 56 центнер тәшкил итә.

 Михаил Виталович Турленконың крәҫтиән (фермер) хужалығында быйыл «Скипетр» сортлы көҙгө бoйҙай 470 гектар майҙанда сәселгән. Шуныһын да әйтергә кәрәк: ул бик яҡшы уңған. Хужалыҡ баҫыуҙары  райондың Ырымбур ерҙәре сикгенәд урынлашҡан. Беҙ барғанда, өс иген йыйыу комбайны туктауһыҙ эшләй ине. Улар игенде бер-бер артлы алмашынып торыусы КамАЗ автомобиле hәм ике ГАЗ-53 самосвалы кузовтарына бушатыу өсөн генә туҡтап торалар.

Ҡояш байығас, алтын кеүек ялтырап ятҡан баҫыуҙа комбайндарҙы, автомобилдәрҙе һәм барлыҡ эш процесын күреү бик күңелле ине. Бынан Ырымбур далаларының икһеҙ-сикһеҙ киңлеге асыла. Ә бына ошо матурлыҡ өҫтөндә, ғорур hәм һалмаҡ ҡына булып, күктә бер юлы алты дала бөркөтө оса ине. Улар, комбайндар алдындағы урылып бөтөп барған урындан, hис шикһеҙ, бойҙай араһында ҡасып ятҡан ҡыр  тауыҡтарының йәки йәй буйы үҫеп еткән ҡуян балаларының ҡапыл йүгереп сығыуын алдан уҡ белеп, көтөп торалар ине.

— Мин ғаиләм менән баш ҡалала йәшәйем һәм эшәйем, әмма атайыма яҙғы сәсеү эштәрендә һәм урып-йыйыу ваҡытында ярҙамлашам. Хәҙерге ваҡытта Алексеевкаға баҫыуҙан самосвалда иген ташыйым. Уның дымлылығы 12 процент тәшкил итә. Был норма тиергә була, шуға күрә йыйылған уңышты шунда уҡ ашлыҡ складына бушатабыҙ, — ти, оҙон буйлы hәм ҡояшта ҡарайған Виталий Турленко, беҙҙе иген йыйыу комбайны янына килгән автомобиль янында ҡаршы алып. — Быйыл уңыш бик яҡшы. Иҫәпләгәндән һуң hәр гектарға ҡырыҡ центнер тура килер, тип уйлайым. Тупраҡҡа индерелгән  ашламалар ҙа, үҫемлектәрҙең үҫеү һәм башаҡҡа ултырыу ваҡытындағы мул ямғырҙар ҙа быға бик ныҡ тәҫир иткәндер, күрәһең. Һәм, әлбиттә, бер ниндәй туҡтап торыуҙарһыҙ һәм юғалтыуҙарһыҙ урып-йыйыу бик уңышлы бара.

Ырымбур далалары алдындағы һуңғы тоташ урман массивы булған ҡуйы имәнлектәр hәм ҡырағай ҡурай еләге үҫеп ултырған ҡуйы ағастар артынан уҙғас, беҙ бик матур урында урынлашҡан күп милләтле ауылға килеп сыҡтыҡ. Районда уны рус Алексеевкаһы, тип атайҙар. Бында рустарҙан тыш украиндар ҙа, татарҙар ҙа, башҡорттар ҙа, мордвалар ҙа h.б. йәшәй, ә бына Турленко үҙе белорус икән.

— Баҫыуҙа үҫтерелгән уңыш — ул әле ярты эш кенә, — ти беҙҙе складтар янында ҡаршы алып, йыл һайын барлыҡ сәселгән иген һәм техник культураларҙан уңыш йыйыуҙа юғары күрһәткестәргә ирешеүсе хужа Михаил Виталович Турленко.— Уңышты йыйып алғас, орлоҡ фондын һаҡлауға ҡуйғас, ә артығын уңышлы һатҡас ҡына тынысланырға hәм башҡарылған эшкә йомғаҡ яһарға була. Һис шикһеҙ, беҙ улым менән икебеҙ генә игенселектә тулы ҡеүтәренә эшләй алмаҫ инек. Намыҫлы эшселәр ярҙамға килә. Бөгөнгө көндә комбайнсылар Марат Садиҡов hәм Марсель Кәримов алыштырғыһыҙ кадрҙар булып тора. Ә уларға NOVA иген йыйыу комбайнында тәжрибәле механизатор hәм яҡшы кеше — ике бала атаһы Федор Максимов ярҙам итә. Хеҙмәт һөйөүсән илле алты йәшлек Федор Николаевич һуғыш хәрәкәттәре ветераны. Ул үткән быуаттың 1980 йылдарында Афғанстанда һуғышҡан запастағы яугир-интернационалист. Шулай уҡ КамАЗ йөрөтөүсе Роман Митрясовты ла маҡтағы килә. Ул прицеплы ҙур йөк машинаһында игенде Приют элеваторына ташый. Нурғаян Гимранов һәм складта игенде ҡабул итә. Был аҙнала, әлбиттә, ямғырҙар ҡамасауламаһа, көҙгө бойҙайҙы йыйып бөтөрәсәкбеҙ. Ә унан инде етен hәм майлы культураларға сират етә.

Владимир СМОЛОВ.

 

Мул уңыш һөйөндөрә
Мул уңыш һөйөндөрә
Автор:
Читайте нас