Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
14 Август 2025, 17:57

Юлдар төҙөк булһын өсөн

Бәләбәй - Николаевка - Туймазы – Баҡалы юлы рәтләнә.  

Юлдар төҙөк булһын өсөнЮлдар төҙөк булһын өсөн
Юлдар төҙөк булһын өсөн

Башҡортостанда “Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проектына ярашлы (национальный проект “Инфраструктура для жизни”)  Бәләбәй - Николаевка - Туймазы – Баҡалы юлында 4,5 километр арала асфальт-бетон япманы яңырттылар. Был турала республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы хәбәр итә.

Туймазы районында Анновка һәм Кальшали ауылдары араһындағы участкала подрядсы ойошма юл ситтәрен нығытыу эштәрен башланы. Артабан юлсылар барьер ҡоймаларын эшләйәсәк, горизонталь тамға һыҙасаҡ.

-Бәләбәй – Николаевка - Туймазы – Баҡалы юлы Башҡортостандың төп юл селтәренә инә һәм бер нисә районды үҙ–ара бәйләй. Был юлдар байтаҡ ауыл һәм ҡалалар араһында транспорт бәйләнешен тәьмин итә. Шуға ла был юлдарҙың торошон яҡшыртыу мөһим, - ти Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.

Ремонтты 2025 йыл аҙағына тиклем тамамлау ниәтләнә. Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла.

Фото: "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.

bashgazet.ru

Юлдар төҙөк булһын өсөн
Юлдар төҙөк булһын өсөн
Автор:
Читайте нас