Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
16 Август 2025, 06:20

Ямғырҙар туҡтаймы?

Алдағы көндәргә һауа торошо прогнозы

Ямғырҙар туҡтаймы?Ямғырҙар туҡтаймы?
Ямғырҙар туҡтаймы?

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Бишбүләк районында киләһе аҙна башында йылыта.

Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 16 августа, аяҙ була. Һауа температураһы көндөҙ +22, төндә +11 градус тәшкил итә. Ел төньяҡ-көнбайыштан секундына 4-5 м тиҙлектә иҫә.

Иртәгә, 17 августа, аяҙлы-болотло һәм яуым-төшөмһөҙ булыуы күҙаллана. Һауа температураһы көндөҙ +22 градус булһа, төндә +11 градусҡаса түбәнйә. Ел башлыса төньяҡ-көнбайыштан секундына 3-4 м тиҙлектә иҫә.

Аҙна башында, 18 августа, болотло яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә. Термометр бағанаһы көндөҙ +26, төндә +15 градус күрһәтә, тип прогнозлай синоптиктар

Ләйлә ҒҮМӘРОВА фотоһы. 

Ямғырҙар туҡтаймы?
Ямғырҙар туҡтаймы?
Автор:
Читайте нас