Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
21 Август 2025, 04:48

Яҡшы һөҙөмтәгә ирешкән

Гүзәл Буранғолова Ҡаҙағстанда үткән халыҡ-ара ярышта мәргән уҡсы булып танылған 

Яҡшы һөҙөмтәгә ирешкәнЯҡшы һөҙөмтәгә ирешкән
Яҡшы һөҙөмтәгә ирешкән

Ҡаныҡай һылыуы Гүзәл Буранғолова күптән түгел уҙған төбәк-ара Мең ырыуы йыйынында уҡтан атыу буйынса беренсе урын алып беҙҙе һөйөндөргәйне. Ошо көндәрҙә ул Ҡаҙағстанда үткән Балалар һәм үҫмерҙәр араһындағы Донъя чемпионатында еңеү яулаған. Шулай уҡ 15 йәшлек яҡташыбыҙ ингән илебеҙҙең йыйылма командаһы ла дөйөм команда зачетында икенсе урынға сыҡты.

19-20 августа Ҡаҙағстандың Аҡтау ҡалаһында ойошторолған спорт сараһында Ҡаҙағстан, Рәсәй, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан командалары ҡатнашҡан. Унда Рәсәй Федерацияһы исеменән Башҡортостандан һигеҙ кеше сығыш яһаған. Традицион уҡтан атыу буйынса бәйге ике йәш категорияһында үткән: 13-15 йәшлек үҫимерҙәр һәм 16-17 йәшлек егет һәм ҡыҙҙар етеҙлектә һәм мәргәнлектә көс һынашҡан. Өлкәнерәк йәштәге ҡыҙҙар араһында ла ярыш бик сәмле һәм ҡыҙыу барған. Ике тапҡыр ойоштороусылар бер уҡ менән "атыу" үткәрә! Һөҙөмтәлә, Гүзәл Буранғолова (тренеры Рәйес Низаметдинов) лайыҡлы 2-се урын ала һәм көмөш миҙал менән бүләкләнә! Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатын тамамлаған Гүзәл Флүр ҡыҙының барыһы ла алда әле!

Йәш уҡсыбыҙ Гүзәлде һәм уның ата-әсәһен яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеүе менән ихлас ҡотлайбыҙ! Алдағы көндәрҙә лә яңы уңыштар һәм еңеүҙәр теләйбеҙ!

Шәхси архивтан алған фотолар. 

 

Яҡшы һөҙөмтәгә ирешкән
Яҡшы һөҙөмтәгә ирешкән
Яҡшы һөҙөмтәгә ирешкән
Автор:Гумерова Л
Читайте нас