Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
1 Сентябрь 2025, 12:40

Аҡ юл һеҙгә, уҡыусылар!

Тантаналы линейкала дүрт уҡыусыға Һарайлы-мең ырыуы премияһы тапшырылды

Аҡ юл һеҙгә, уҡыусылар!Аҡ юл һеҙгә, уҡыусылар!
Аҡ юл һеҙгә, уҡыусылар!

Йәйге каникулдар артты ҡалды. Бөгөн һәр белем усағында яңы 2025-2026 уҡыу йылы башланды. Тантаналы линейка Ф.Кәрим исемендәге Айыт урта мәктәбендә лә шаулап-гөрләп уҙҙы. Мәктәп коллективын, уҡыусыларҙы һәм ата-әсәләрҙе мәктәп директоры Гөлнара Наил ҡыҙы Мөхтәсимова тәбрикләне.  Сарала ата-әсәләр, мәғариф ветерандары, ауыл хәкимиәте етәкселәре ҡатнашты.

Йыл һайын “Тәүге ҡыңғырау” байрамында уҡыуҙа уңыштар ҡаҙанған, мәктәп һәм райондың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан уҡыусыларға махсус бүләктәр тапшырыла.  Әлеге линейкала ла башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса яҡшы билдәләргә өлгәшкән, туған тел буйынса уҙғарылған төрлө бәйгеләрҙә урын алған һәләтле уҡыусыларҙы билдәләп үттеләр – Һарайлы-мең ырыуы премияһы тапшырылды. Был юлы был мәртәбәле премияға Халиҡова Лияна (6-cы класс), Нафиҡов Айназ (5-cе класс), Хәкимуллин Эмиль (7-cе класс), Нурғәлиева Диана (8-cе класс) лайыҡ булды. Уны район башҡорттары рәйесе Булат Назиф улы Ноғоманов тапшырҙы һәм уҡыусыларға артабан да белемгә ынтылыуҙарын, ата-әсәләрен яҡшы билдәләр менән ҡыуандырыуҙарын теләне. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Эльза Марс ҡыҙы етәкселегендә улар яңынан-яңы уңыштарға ирешерҙәр, тип өмөт итәбеҙ. 

Был белем усағына тәү тапҡыр аяҡ баҫыусы, белем донъяһы ишеген тәү башлап асыусы беренсе класс уҡыусыларына (8 бала) ла уңыштар теләйбеҙ. 

Яңы уҡыу йылы барығыҙға ла шатлыҡлы ваҡиғалар алып килһен. Уҡытыусыларҙың эше емешле, оҫталыҡтары сикһеҙ булһын. Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, ижади уңыштар, илһам, ныҡышмалылыҡ, ғаилә именлеге, бәхет теләйбеҙ.

 

Аҡ юл һеҙгә, уҡыусылар!
Аҡ юл һеҙгә, уҡыусылар!
Аҡ юл һеҙгә, уҡыусылар!
Автор:
Читайте нас