"Матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр" тигән Ф.Достоевский. Ошо һүҙҙәр менән килешеп, 1995 йылдың 9 сентябре-Бөтә донъя матурлыҡ көнө тип иғлан ителә һәм йыл һайын билдәләнеп килә.
Нимә һуң ул матурлыҡ? Был һорауға һәр кемдең яуабы үҙенсә. Ә бына башҡорт халыҡ мәҡәлдәрендә матурлыҡ:
- Матур - күҙ өсөн, аҡыллы - күңел өсөн.
- Матурлыҡ - күҙ өсөн, холоҡ - күңел өсөн.
- Матур сәскә сәнскеле була.
- Матурлығы хәжәт түгел, аҡылы-тәүфиғы булһын.
Үс итәм дә бөгөн сибәр булам!
Бөтәһе лә, әйҙә, һоҡланһын!
Минең матурлыҡты бөтәһе лә
Күреп, ғәжәпләнеп, таң ҡалһын!
Иң бәхетле бөгөн булғым килә,
Күҙҙәремдән нурҙар һибелһен,
Минең бәхет йоҡһон башҡаларға,
Минең менән һәр кем шат көлһөн!
Яҙмыш миңә биргән юғалтыуҙар,
Ҡайғы-һынауҙарға үс итеп,
Эй йәшәгем килә донъяларҙа
Бәхет-шатлыҡтарҙы иш итеп!
Эй теләйем ошо ҡыҫҡа ғына
Ғүмерҙәрҙең матур үткәнен…
Мин бит беләм матур - матур түгел,
Бәхетлеләр матур икәнен!
Фирүзә Абдуллина.