

Быйыл йәшелсә-емеш мул уңышы менән һөйөндөрә, Айыт урта мәктәбендә лә мәктәп коллективының һәм уҡыусыларҙың тырышлыҡ һөҙөмтәһен күрергә була, йәшелсәләр тәгәрәп үҫкән.
Сентябрь айы йылы ҡояшлы көндәр менән ҡыуандырҙы. Ошо көндәрҙә 8-10 класс уҡыусылары класс етәкселәре ярҙамында участканан кишер, сөгөлдөр һәм картуф уңышын йыйҙы. Уҡыусыларға артабан кәбеҫтәне йыйып алырға ғына ҡала. Әммә был тәүге һыуыҡтарҙан һуң башҡарыла торған эш.
Мәктәп яны участкаһында үҫтерелгән ауыл хужалығы продукцияһы мәктәп ашханаһында уҡыусыларҙы туҡландырыуҙы ойоштороу өсөн ҡулланыла. Уңыш йыйыу - мәктәп тормошонда бик мөһим һәм яуаплы эш. Үҫтерелгән йәшелсәләр йыл дауамында уҡыусыларҙың туҡланыуы өсөн ҡулланыласаҡ.
https://vk.com/public202087847