Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
12 Сентябрь 2025, 01:21

Милли кейем - күңел байлығы

12 сентябрҙә Башҡортостанда сағыу байрам – Милли кейем көнө билдәләнә.

Милли кейем - күңел байлығыМилли кейем - күңел байлығы
Милли кейем - күңел байлығы

Милли кейем – ул халҡымдың
Сағылышы, йөҙө.
Оҫта ҡулы, көс-ҡеүәте,
Сәсәнлеге, һүҙе.
Ҡыҙҙарының гүзәллеге,
Ир-атының сәме.
Ағинәйҙәр аҡылы ла,
Аҡһаҡалдар ғәме.
Милли кейем – ул халҡымдың
Ҡабатланмаҫ йәме.
Бал-ҡорото, сәксәгенең,
Ҡымыҙының тәме.
Меңдәр янында танытҡан
Рух осошо, йәне.
Һаҡла, халҡым, үҙ йөҙөңдө,
Һис таплама, йәме!
Милли кейем – ул халҡымдың
Еҙ ҡурайҙар моңо.
Уралтауы, Шүлгәнташы,
Аҡ ҡылғандар сыңы.
Һомайғоштоң ҡөҙрәте лә,
Аҡбуҙаттың һыны.
Быуаттарҙан ауаз һалған
Ата-баба тыны.
Киләсәккә бурысыбыҙ –
Беҙ һаҡлайыҡ уны.
Милли кейем – бөйөк биҙәк,
Онотмайыҡ шуны!

Айзилә МОРТАЕВА.

Милли кейем - күңел байлығы
Милли кейем - күңел байлығы
Автор:
Читайте нас