

Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү Октябрьскийға музыка колледж янындағы майҙанды төҙөкләндерергә мөмкинлек бирәсәк.
Октябрьский ҡалаһы – “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) сиктәрендә уҙғарылған Бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи ауылдарҙа уңайлы мөхит булдырыу буйынса иң яҡшы проекттарҙың X Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеһе.
Ҡала хакимиәте музыка колледжының һәм ҡала паркының бер өлөшөн төҙөкләндереүгә федераль бюджеттан 107,1 миллион һум аласаҡ. Был хаҡта республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр иттеләр.
“Октябрьский: мираҫты һаҡлап” проекты федераль ярҙам алған төбәктең биш башланғысы иҫәбенә инде. Ҡала 2022 йылдан алып дүрт тапҡыр Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашыуға ғариза биргән.
Проект 2024 йылда ремонтланған музыка колледжы бинаһының архитектура ансамбле алдындағы майҙансыҡты һәм уға йәнәш Юрий Гагарин исемендәге парктың бер өлөшөн яңынан төҙөкләндереүҙе күҙ уңында тота. Майҙан йәйәүлеләр өсөн матур бер паркка әүереләсәк. Фонтан яңыртыласаҡ. Ул элеккесә музыкалы һәм өс ҡатлы буласаҡ. Биләмәгә таш плитә түшәләсәк.
Колледж бинаһы артында ябыҡ сәхнә һәм амфитеатр менән күп функциялы майҙансыҡ барлыҡҡа киләсәк, унда төрлө саралар, урам концерттары һәм репетициялар үткәрергә мөмкин буласаҡ.
Гагарин исемендәге паркта ял итеү урындары һәм музыка аллеяһы барлыҡҡа киләсәк, шулай уҡ йылға яры төҙөкләндереләсәк һәм декоратив үҫентеләр ултыртыласаҡ. Бында абрикос аллеяһы ултыртыласаҡ, ике күпер эшләнәсәк урам бәүелсәктәре, эскәмйәләр һәм сүп һауыттары ҡуйыласаҡ, яҡтыртылған йәйәү йөрөү һуҡмаҡтарын төҙөкләндереү планлаштырыла.
Төҙөлөш эштәре 2026 йылда башланасаҡ.
Республикала яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2019 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото: Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының матбуғат хеҙмәте.
bashgazet.ru