Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
21 Сентябрь 2025, 05:46

“Ҡәйнә теле” салаты

Атамаһына ҡарамағыҙ, был ризыҡ һәр кемгә оҡшар.

“Ҡәйнә теле” салаты“Ҡәйнә теле” салаты
“Ҡәйнә теле” салаты

Кәрәк була:
- ташҡабаҡ (кабачки)
– 2 кг (тышынан һәм орлоҡтарынан таҙартылғандан һуң үлсәнгән ауырлығы);
- помидор – 1 кг;
- болгар боросо – 3-4 дана;
- һарымһаҡ – 2 баш;
- әсе борос – 1 дана;
- үҫемлек майы – 1 стакан;
- тоҙ – 2-3 аш ҡалағы;
- шәкәр – 1 стакан;
- аш һеркәһе – 100 мл.

Помидорҙы йыуғас, өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойоп, 5-10 минуттан һыуын түгергә һәм һалҡын һыу менән сайҡатырға кәрәк. Ташҡабаҡтары әрсегәс, помидорҙы ит турағыс аша үткәрәбеҙ (блендер менән иҙергә лә мөмкин). Болгар боросо менән әсе боростоң эстәрендәге орлоҡтарын алып ташлап, уларҙы нәҙек кенә итеп һаламлап, һарымһаҡты таҙартып, йоҡа ғына итеп турарға. Ташҡабаҡты түңәрәкләп йәки дүрткелләп турарға мөмкин. Помидор массаһын ҙур кәстрүлгә һалып, ҡайнауға еткерергә, унан туралған боростарҙы, һарымһаҡты, ташҡабаҡты ҡушып, талғын ғына утта 30 минут быҡтырырға кәрәк. Артабан үҫемлек майы, тоҙ, шәкәр, аш һеркәһе өҫтәп, йәнә 10-15 минут быҡтырырға кәңәш ителә. Әҙер салатты стерилләнгән банкаларға һалып, тимер ҡапҡас менән ябырға һәм йылы одеялға төрөп, һыуынғанын көтөргә ҡала. 700 грамлыҡ 6 банка салат килеп сыға.

Ташҡабаҡтан икра

3 кг ташҡабаҡ, 2 кг помидор, 1 кг кишер, 1 кг башлы һуған, 2 ҡалаҡ тоҙ, 4 ҡалаҡ шәкәр, 2 ҡалаҡ 9 процентлы аш һеркәһе алына.Йәшелсәнең һәр береһен турап, айырым-айырым үҫемлек майында ҡыҙ­ҙырырға. Аҙаҡ ит үткәргестән үткәреп,  шәкәр, тоҙ, һеркә ҡушып, 1 – 1,5 сәғәт бешереп, стерилләнгән банка­ларға һалып ябырға.

Салат

3 кг таҙартылған ташҡабаҡ, 3 кг помидор, 5 татлы борос, 4 баш һарымһаҡ, 250 мл үҫемлек майы, 100 мл 9 процентлы аш һеркәһе,          1 әсе борос, тоҙ, шәкәр – тәменсә.Ташҡабаҡтарҙы таҙартып турарға. Помидорҙы, татлы һәм әсе боросто ит үткәргестән үткәреп, ташҡабаҡты ҡушып, шәкәр, тоҙ, май һалып,               30 минут бешерергә. Ошо ваҡыт үткәс, иҙелгән һарымһаҡты, һеркә өҫтәп,            5 минут ҡайнатырға. Эҫе көйөнсә стерилләнгән банкаларға һалып, ҡапҡастарын ябырға.

Ҡыш көнө тәмле һәм татлы салат табындарығыҙҙы йәмләр!

“Ҡәйнә теле” салаты
“Ҡәйнә теле” салаты
Автор:
Читайте нас