Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
22 Сентябрь 2025, 07:36

Бишбүләк районында бокс секцияһына илле йәш спортсы йөрөй

Бишбүләк ауылының «Елкән» физкультура-һауыҡтырыу комплексында урынлашҡан спорт мәктәбендә бокс секцияһына илле йәш спортсы йөрөй. Был спорт төрө менән шөғөлләнеүсе балаларҙың йәше ете йәштән башлана.

Бишбүләк районында бокс секцияһына илле йәш спортсы йөрөйБишбүләк районында бокс секцияһына илле йәш спортсы йөрөй
Бишбүләк районында бокс секцияһына илле йәш спортсы йөрөй

Был спорт мәктәбендә ойошторолған спорт төрҙәре араһында бокс секцияһында уҙғарылған дәрестәр район үҙәгендәге һәм Михайловка ауылы малайҙары араһында популяр була бара. Айырыуса бер йыл самаһы элек, тренерҙар составы мәсьәләһе хәл ителгәндән һуң был эш юлға һалына. Спорт учреждениеһы директоры Лев Агеев бөгөнгө көндә спорт мәктәбендә рингта йоҙроҡ һуғыштарының нисек барыуы хаҡында һөйләне.

- Ошо ай аҙағына спорт мәктәбендә бокс менән шөғөлләнеү өсөн матди-техник база йөҙ процентҡа тулыланасаҡ, — ти Лев Олегович. - Ошо көндәрҙә беҙ бүленгән аҡсаға етмәгән бирсәткәләр, рингта алышыу өсөн шлемдар, боксер тоҡ-грушалары һәм боксер формаһы: майкалар, шорттар һәм көрәшселәр өсөн аяҡ кейеме алырға тейешбеҙ. Беҙҙә бөтә дәрестәр ҙә раҫланған график буйынса ете йәштән башлап өлкәнерәктәр араһында, йәғни дүрт йәш категонияһы буйынса бушлай үткәрелә. Бокс секцияһы системалы рәүештә физкультура-һауыҡтырыу комплексында һәм Михайловка ауылы урта мәктәбе базаһында эшләй. 

Лев Агеев әйтеүенсә, йәш боксерҙар менән дәрестәрҙе ҙур спорт һәм педагогик тәжрибәгә эйә булған юғары квалификациялы тренерҙар үткәрә. Улар йәш боксерҙарҙы рингта ҡаршы яҡтың һуғыуын тотоп ҡалырға һәм, әлбиттә, еңеү яуларға өйрәтә. Александр Сергеевич Силантьев -  рингта күп йыллыҡ эш стажы булған спорт тренеры, Бәләбәй ҡалаһы бокс федерацияһы директоры. Сорокин Александр Константинович бокс буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры, Ул Бәләбәй ҡалаһында тәрбиәләнеүселәре менән параллель рәүештә эш алып бара. Баҡтиһәң, балалар менән бер төркөмдә Лев Олегович Агеев үҙе лә шөғөлләнә, ул дипломлы белгес булараҡ, оҙаҡ һәм уңышлы киг-боксинг менән шөғөлләнә, республика һәм Бөтә Бәсәй ярыштарында ҡатнашҡан һәм был ярыштарҙа призер булған.

- Бәләбәй тренерҙарына Михайловкаға барырға яҡыныраҡ, шуға күрә бында улар йышыраҡ була, һәм октябрҙә Республика көнөндә улар менән икенсе тапҡыр бокс буйынса балалар-үҫмерҙәр араһында асыҡ район спорт фестивален үткәрергә планлаштырабыҙ, — тип һөйләй Лев Агеев. — Былтыр бында ошондай сара уҙғарылды ла инде. Әммә ул «Елкән» физкультура-һауыҡтырыу комплексында ла ҙур уңыш менән үтә ала. Сөнки ҡатнашыусылар күп буласаҡ. Унда Абдулла һәм Бәләбәй ҡалаларынан йәш боксерҙар килергә вәғәҙә итә. Шуға күрә көслө дәғүәселәргә лайыҡлы ҡаршылыҡ күрһәтергә йыйынған Бишбүләк егеттәре хәҙер ярыштарға ныҡлы әҙерләнә. Быйыл бокс буйынса республика ярыштарында Станислав Вуколов һәм Артем Ҡаҙанғолов яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте. Тыуған стеналарыбыҙҙа миҙалһыҙ ҡалмаясаҡбыҙ, тип уйлайбыҙ.

Владимир СМОЛОВ.

Лев Агеев фотоһы

 

Автор:
Читайте нас