Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
24 Сентябрь 2025, 12:07

Башҡортостан халҡын өҫтәмә ял көнө көтә

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе йыл һайын 11 октябрҙә билдәләнгән Республика көнө уңайынан өҫтәмә ял көтә, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Башҡортостан халҡын өҫтәмә ял көнө көтәБашҡортостан халҡын өҫтәмә ял көнө көтә
Башҡортостан халҡын өҫтәмә ял көнө көтә

Быйыл байрам шәмбегә тура килә. Шуға күрә ял көнө 13 октябргә (дүшәмбе) күсерелә.

Байрам уңайынан 11 октябрҙән 13-нә тиклем ял итәбеҙ, ә 10 октябрҙә эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара.

«Әгәр отпуск алырға уйлаһағыҙ, ул да бер көнгә оҙайтыла, сөнки 11 октябрҙәге байрам көнө отпусктың календарь көндәре иҫәбенә индерелмәй», — тип белдерҙеләр Башҡортостандың хеҙмәт министрлығында.

Башинформ хәбәр иткәнсә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған сараларҙы ойоштороу тураһында указға ҡул ҡуйҙы.

https://www.bashinform.ru

Башҡортостан халҡын өҫтәмә ял көнө көтә
Башҡортостан халҡын өҫтәмә ял көнө көтә
Автор:
Читайте нас