

Бөгөн, 29 сентябрҙә, урыны менән республикала ямғыр һәм епшек ҡар яуыуы ихтимал. Таулы һәм көнсығыш райондарҙа төндә һәм иртән епшек ҡар, электр сымдарына һәм ағас ботаҡтарына епшек ҡар йәбешеүе бар, ваҡытлыса ҡар яуыуы, юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы көтөлә. Көндөҙ һауа температураһы +3, +8°буласаҡ.
Шишәмбе, 30 сентябрҙә, төндә көнсығыштан ямғыр һәм епшек ҡар яуыуы, урыны менән электр сыбыҡтарына һәм юлдарҙа боҙлауыуыҡ, көндөҙ яум-төшөм күҙәтелмәй. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнбайыштан талғын. Төндә һәм тупраҡ өҫтөндә һалҡындар -3, -8° тәшкил итәсәк, көндөҙ һауа температураһы +6, +11° градусҡа ҡәҙәр йылынасаҡ.
Шаршамбы, 1 октябрҙә, әллә ни яуым-төшөм булмаясаҡ. Ел төньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан уртаса. Һауа температураһы төндә 0, +5°, урыны менән -5°, көндөҙ +8, +13°.
Сығанаҡ: bashinform.ru