

2 октябрь - бал ҡорттарын ҡыш- ҡа әҙерләй башлайҙар.
4 октябрь - бөгөн көн ниндәй, алдағы 4 аҙна ла шундай буласаҡ.
5 октябрҙә ҡайын япраҡтары ҡойолоп бөтмәһә, ҡар һуң ятыр.
8 октябрь - әгәр был көндө беренсе ҡар төшһә, 21 ноябрҙә ҡар ятыр.
10 октябрҙә көндәр ҡоро икән, ҡыш әле тиҙ генә етмәҫ.
13 октябрь ҡайын һәм йүкә Покровҡа ҡәҙәр "сисенеп" бөтһә, йыл уңай килер. Әгәр берәм-һәрәм япраҡтар ҡалһа, ҡыш һыуыҡ булыр.
14 октябрь - Покров көнө. Был көндө төшкә ҡәҙәр көҙ, төштән һуң ҡыш. Покров ниндәй, йыл шундай.
18 октябрь - әгәр ала ҡарғалар һәм сәүкәләр һауала осоп уйнай, ә болоттар елгә ҡаршы йөҙә икән, ҡар яуыр.
19 октябрь - ҡоро ҡар төшкөләһә, киләһе йыл йәйе йылы, уңыш мул булыр.
20 октябрь - ағаста япраҡтар ҡойолоп бөтмәйсә ҡар яуһа, тиҙҙән иреп бөтөр.
21 октябрь болоттар ергә һалынып торһа, тиҙҙән һыуытыр.
23 октябрь көнө айҙы күҙәтәләр. Әгәр "мөгөҙө" төньякка ҡарап тора икән, тиҙҙән һыуыҡтар етәр. Көньяҡҡа ҡараһа - бер аҙна йылы торор. Көнсығыш йәки көнбайышҡа йүнәлһә - көслө һыуыҡ ел көтөгөҙ.
24 октябрь иртән ҡар осһа, ҡыш һыуыҡ килер.
27 октябрҙә аяҡҡа эйәрерлек бысраҡ икән, 4 аҙнанан ысын ҡыш килер.
28 октябрҙә - аяҙ күктә ай ҙур алҡалар менән кәртәләнә икән - һыуыҡтарға, әгәр түңәрәктәр ҡыҙыл булһа - ел һәм ҡарға ишара.
29 октябрҙә ер яртылаш япраҡ, яртылаш ҡар менән ҡаплана.
30 октябрҙә ямғыр яуһа - ҡыш һыуыҡ килер. Аяҙ булһа, йылы ҡыш көтөгөҙ.
31 октябрҙә айҙы күҙәтәләр. Әгәр мөгөҙө төньяҡҡа ҡараған, ә болоттар көньяҡҡа табан йөҙә икән, яҡын көндәрҙә яуым- төшөм көтөлмәй. Әгәр "мөгөҙө" көньяҡҡа ҡарап, болоттар төнь- яҡҡа табан юл алһа, ноябрҙе илаҡ көндәр башлай.