Дим буйҙары
+28 °С
Облачно
Файҙалы эштәр йылы
3 Октября 2025, 04:08

294 кеше 100 йәште уҙған

Бөгөн Башҡортостанда 930 меңдән ашыу өлкән быуын вәкиле иҫәпләнә.

294 кеше 100 йәште уҙған294 кеше 100 йәште уҙған
294 кеше 100 йәште уҙған

Төбәктә уртаса ғүмер оҙонлоғо 73 йәштән артып киткән. 90 йәштән өлкәнерәктәр - 17 367, 100 йәштән өлкәнерәктәр — 294 кеше.

512 мең өлкән кешегә социаль ярҙам күрһәтелә.

Республика Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән 2020 йылдның октябрендә «Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек» проекты эшләй башланы. Ул — сәләмәтлекте һаҡлауға, актив, сәләмәт һәм ыңғай йәшәү рәүешен формалаштырыуға, «көмөш йәштәге» вәкилдәрҙе ижтимағи файҙалы тормошҡа йәлеп итеүгә йүнәлтелгән саралар комплексы.

Проектта ҡатнашыусылар һаны йыл һайын арта. Уҙған йылда ғына ла унда 470 меңдән артыҡ кеше ҡатнашҡан, быйыл — 400 меңдән артыҡ.

Проект үҙ эсенә бер нисә төп йүнәлеште ала: «Туризм», «Сәләмәтлек», «Физик культура», «Белем алыу», «Ирекмәнлек һәм остазлыҡ», «Мәҙәниәт һәм ижад».

9 ай һөҙөмтәләре буйынса, 35 меңгә яҡын өлкән йәштәге гражданға өйҙәрендә социаль хеҙмәт күрһәтелә. Быйыл 12 әбей-бабайҙы ҡарарға алған 10 ғаилә төҙөлгән. Республикала барлығы 377 өлкән кеше ғаиләгә урынлаштырылған.

фото: башинформ

294 кеше 100 йәште уҙған
294 кеше 100 йәште уҙған
Автор:
Читайте нас