Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
15 Октябрь 2025, 15:59

Барыһы ла Еңеү өсөн...

Бөгөн Бишбүләк Мәҙәниәт Һарайында район ирекмәндәре менән осрашыу үтте. 

Барыһы ла Еңеү өсөн...Барыһы ла Еңеү өсөн...
Барыһы ла Еңеү өсөн...

Район активистары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү йәһәтенән ҙур эш башҡара, бының өсөн уларҙың күбеһе наградаға лайыҡ. 

Район хәкимиәте башлығы Артур Мөхлис улы Зарипов ирекмәндәргә ихлас күңелдән рәхмәт белдерҙе һәм уларҙың хеҙмәтенең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

- Махсус хәрби операция башланғанға өс йыл да булып китте. Әлеге мәлдә беҙҙең райондан махсус хәрби операцияла 400 яҡташыбыҙ ҡатнаша. Мәғлүм булыуынса, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ла халыҡ Еңеүгә тос өлөш индергән. Әлеге мәлдә лә бар район халҡы гуманитар ярҙам йыйыуҙа ҡатнаша. Һалдаттарға ойоҡбаштар бәйләп ебәрәһеҙме, посылкалар әҙерләйһеҙме, сеткалар үрәһеҙме, һеҙ, ҡатын-ҡыҙҙар үҙегеҙҙең изге эштәрегеҙ менән әҙме-күпме һалдаттарыбыҙҙың хеҙмәтен еңеләйтәһегеҙ. Беҙ бөгөн бында аралашыр, бөтәһен дә уртаға һалып һөйләшер өсөн йыйылдыҡ. Беҙ ауыр осор кисерәбеҙ, әммә нисек кенә булмаһын, Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ, - тине Артур Мөхлис улы үҙенең сығышында. 

Сарала ҡатнашыусыларҙы шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Рәмил Бәҙәмшин сәләмләп үтте. Ул ирекмәндәр штабы етәкселәренә Рәхмәт хаттары тапшырҙы, уларҙың яугирҙарыбыҙға ярҙам итеү буйынса дөйөм эштә ҡатнашыуының әһәмиәтен билдәләне.

Һәр ауылда тиерлек ирекмәндәр штабы булдырылды, улар һалдаттар һораған әйберҙәрҙе һатып алыу өсөн аҡса йыя, маскировка селтәрҙәре үрә, яугирҙәр өсөн окоп шәмдәре әҙерләй, йылы кейемдәр һәм яралылар өсөн көнкүреш әйберҙәре әҙерләй, төрлө үләндәрҙән сәй пакеттары тултыра һ.б. Ирекмәндәр араһында айырыуса әүҙемлек күрһәткәндәргә (66 кешегә) миҙалдар тапшырылды. 

Был мөһим сараға элекке радиожурналист, «Башкортостан» мотоуҡсылар полкы яугире Руслан Әсәҙуллин да килгәйне, ҡыҫҡа сроклы ялға ҡайтҡан хәрби кейемдәге Устюжов та МХО-лағыларға ҙур ярҙам күрһәтеүсе ирекмәндәргә рәхмәтен белдерҙе. 

Осрашыу яратҡан сәхнә оҫталары башҡарыуында музыкаль номерҙар менән үрелеп барҙы. Илнур Муллағәлиевтың йырҙары, Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Динәхмәтовтың сығышы, шулай уҡ йырсы,  музкант, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәмил Бадамшиндың патриотик рухтағы йырҙары күңелдәргә үтеп инде. «Йәшә, герой!” йырын башҡарғанда, бөтә зал аяғүрә баҫты. Автор әйтеүенсә, ул баҡыйлыҡҡа күскән яугирҙарға арналған. Беҙ уларҙы һөйләйбеҙ, иҫкә алабыҙ икән, тимәк, улар беҙҙең эргәлә. Хәтерҙең йәшәүе мөһим.

Барыһы ла Еңеү өсөн...
Барыһы ла Еңеү өсөн...
Барыһы ла Еңеү өсөн...
Барыһы ла Еңеү өсөн...
Барыһы ла Еңеү өсөн...
Автор:Гумерова Л
Читайте нас