

Синоптиктар республика халҡын иҫкәртә:
20 октябрҙән һуң ысын ҡышҡы һауа торошо менән осрашырға тура киләсәк — температура ҡырҡа түбәнәйәсәк, көслө ҡар яуасаҡ. Төндә термометр бағанаһы минус 10-ға тиклем төшәсәк, көндөҙ -5-кә яҡын булыуы көтөлә. Был һыуыҡтар оҙаҡҡа бармаясаҡ, бары тик бер нисә-өс көн генә, әммә ноябрҙә тәбиғәт тағы ла һыуыҡ һәм насар һауа торошо менән иҫкә төшөрәсәк.
Ә бына киләһе йома, йәғни 17 октябрҙә, күптәр көҙгө яуым-төшөмдөң тәүге билдәләрен тоясаҡ. Иртә менән сюрприздар башлана: юлдарҙа боҙ ҡатламы барлыҡҡа килә, ағастар һәм сымдар дымлы ҡар һәм боҙ ҡатламы менән ҡаплана. Һауа температураһы төндә +4-тән түбәнерәк, көндөҙ иһә +2-нән +7° тәшкил итәсәк.
Башинформ.