Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
7 Ноябрь 2025, 11:24

Айыт урта мәктәбендә шиғыр конкурсы үтте

Ул балалар шағирәһе Кәтибә Кинйәбулатоваға 105 йыл тулыуға арналды

Айыт урта мәктәбендә шиғыр конкурсы үттеАйыт урта мәктәбендә шиғыр конкурсы үтте
Айыт урта мәктәбендә шиғыр конкурсы үтте

Сентябрь башланып, мәктәптәр ишеге асылыу менән, уҡыусылар юбиляр шағирҙарҙың шиғырҙарын яттан һөйләргә әҙерләнә лә башлай. Сөнки был нисә йылдар дауамында үткәрелгән бындай сараларға әҙерләнмәй ҙә булмай. Айыт урта мәктәбендә үткән әле шиғыр бәйгеһендә Ҡаныҡай, Айыт, Йылбулаҡтамаҡ мәктәбе уҡыусылары ҡатнашты.

Сараны асып, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Эльза Марс ҡыҙы Мөхтәсимова башҡорт шағирәһенең тормош юлы һәм ижады менән таныштырып  үтте.

- Дәрестә балалар менән Кәтибә Кинйәбулатованың шиғырҙарын өйрәнәбеҙ. Уның ижады үҙенсәлекле, шиғырҙары күңелгә ятышлы, шуға күрә балалар уларҙы яратып ҡабул итә, - ти, утыҙ йылдан ашыу балаларға туған телде өйрәтеүсе педагог.

Артабан 3-сө һәм 4-се һәм 6-cы класс уҡыусылары бер-бер артлы сәхнәгә күтәрелеп, ятлаған шиғырҙарын тантаналы рәүештә һөйләп тә төштө. Баһалама ағзалары, уҡытыусылар И.Кинйәбаева, Г. Хисмәтова, шулай уҡ “Дим буйҙары” гәзите хәбәрсеһе Л.Ғүмәрова, Мең ырыуы төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы рәйесе урынбаҫары Альфред Әхтәм улы сығыш яһаусыларҙы иғтибар менән тыңлап, уларҙың тексты яттан белеүенә, башҡорт өндәрен дөрөҫ әйтеүенә, интонацияһына иғтибар итте.

Һәр бәйгенең еңеүселәре була, бында ла ныҡлы әҙерләнеп килгән уҡыусылар билдәләнде:

I урын – Ғәйзуллина Зилә, Ғәйзуллина Динара (Йылбулаҡтамаҡ мәктәбе, етәкселәре И.Р.Кинйәбаева)

II урын – Халиҡова Лияна, Батраев Байназар, Халиҡов Линар (Ҡаныҡай мәктәбе, етәкселәре Батраева Д.М.)

III урын – Айназ Нафиҡов, Хәмиова Илвина (Айыт мәктәбе, етәксеһе Э.М.Мөхтәсимова), Ғәбиҙуллина Лилиә (Ҡаныҡай мәктәбе, етәксеһе Батраева Д,М.).

Сәхнә түренән илһамланып шиғыр һөйләгән уҡыусыларҙы бүләкләү өсөн Өфөнән яҡташыбыҙ. ҡасандыр ошо мәктәпте тамамлаған Альфред Шәймәрҙәнов килгәйне. Ул еңеүселәргә Мең ырыуы төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы исеменән дипломдар тапшырҙы. Район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Булат Ноғоманов тел һағында торған уҡытыусыларға изге теләктәрен еткерҙе һәм уҡыусыларға артабанғы уҡыуҙарында уңыштар теләне. 

Ләйлә ҒҮМӘРОВА,

автор фотолары. 

Айыт урта мәктәбендә шиғыр конкурсы үтте
Айыт урта мәктәбендә шиғыр конкурсы үтте
Айыт урта мәктәбендә шиғыр конкурсы үтте
Айыт урта мәктәбендә шиғыр конкурсы үтте
Айыт урта мәктәбендә шиғыр конкурсы үтте
Айыт урта мәктәбендә шиғыр конкурсы үтте
Айыт урта мәктәбендә шиғыр конкурсы үтте
Автор:Гумерова Л
Читайте нас