Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Файҙалы эштәр йылы
20 Ноябрь 2025, 10:50

Туған телдәр үҫешенә ҙур өлөш индерәләр

Бишбүләк районы педагогтары «Башҡортостан Республикаһының төбәк hәм этномәҙәни үҙенсәлектәрен иҫәпкә алыуҙы тәьмин итеүсе иң яҡшы уҡытыу-методик комплекттары» конкурсында еңеүселәр исемлегенә керҙе

Туған телдәр үҫешенә ҙур өлөш индерәләрТуған телдәр үҫешенә ҙур өлөш индерәләр
Туған телдәр үҫешенә ҙур өлөш индерәләр

Икенсе йыл рәттән милли мәғариф идараһы Милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге менән берлектә «Башҡортостан Республикаһы дәүләт телдәрен hәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлау hәм үҫтереү» дүләт программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә «Башҡортостан Республикаһының төбәк hәм этномәҙәни үҙенсәлектәрен иҫәпкә алыуҙы тәьмин итеүсе иң яҡшы уҡытыу-методик комплекттары» конкурсы үткәрә.

Быйыл конкурсҡа алты номинация буйынса эштәр ҡабул ителде. Туған телдәр буйынса үҙ эшмәкәрлектәрен мәктәпкәсә, дөйөм белем биреү, полилингваль, hөнәри белем биреү ойошмалары педагогтары тәҡдим итте. Улар араһында — уйындар, этномультимедиа проекттары, эш дәфтәрҙәре, методик кәңәштәр, шулай уҡ туған телдәрҙе һәм башҡорт телен уҡытыу методикаһы буйынса уҡытыу hәм методик белешмәләр. Эштәре башҡорт, рус, татар, мари, сит телдәр буйынса булды.

Алдан район мәғариф бүлеге юғарыла әйтелгән конкурстың муниципаль этабын үткәрҙе, унда өс еңеүсене билдәләне: туған (рус) теле буйынса — Бишбүләк ауылының 3-сө урта мeктәбе уҡытыусыһы Т.А. Якушева, татар теле буйынса — Айыт ауылының Фәтих Кәрим исемендәге урта мәктeбе уҡытыусыһы Л.Р. Көҫәпҡолова hәм башҡорт теле буйынса — Бишбүләк ауылының «Умка» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе  Р. Х. Хисамова.

Көндөҙгө этапҡа Айыт мәктәбенән hәм Бишбүләк ауылының айырым фәндәрҙе тәрән өйрәнеүсе Бишбүләк 3-сө мәктәбенән педагогтар саҡырылды. Өфө ҡалаһының Мәғарифты үҫтереү институты базаһында көндөҙгө этап уҙҙы, унда беҙҙең педагогтар иҫ киткес сығыш яһаны һәм беҙҙең районды тәҡдим иттеләр! Айыт ауылын Фәтих Кәрим исемендәге урта мәктeбе уҡытыусыһы Ләйсән Римзил ҡыҙы Көҫәпҡолова — 2-се, ә Бишбүләк 3-сө урта мәктәбе уҡытыусыһы Татьяна Александровна Якушева  3-сө урын алды. Уларға Башҡортостан Республикаһы мәғариф министры ҡултамғаһы ҡуйылған Маҡтау грамоталары hәм 10 hәм 7,5 мең һум күләмендә аҡсалата сертификаттар тапшырылды. Беҙ ысын күңелдән уҡытыусыларыбыҙҙы ҡотлайбыҙ! Уларға ҙур ижади уңыштар теләйбеҙ. Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығына республика конкурсын ойошторған hәм үткәргән өсөн рәхмәт белдерәбеҙ.

Гөлназ ФӘЙРУШИНА, район мәғариф бүлеге методисы.

Фото Ләйсән Көҫәпҡолованың шәхси архивынан.

Туған телдәр үҫешенә ҙур өлөш индерәләр
Туған телдәр үҫешенә ҙур өлөш индерәләр
Туған телдәр үҫешенә ҙур өлөш индерәләр
Туған телдәр үҫешенә ҙур өлөш индерәләр
Автор:
Читайте нас