Әлеге мәлдә мәктәп уҡыусылары һынау тота: төрлө фәндәрҙән олимпиадалар үтә. Бөгөн, йәғни 5-се декабрҙә, Бишбүләк 1-се урта мәктәбендә уҡыусылар башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса үҙҙәренең белемдәрен күрһәтте.
Бөтә Рәсәй олимпиадаһының муниципаль этабында 7-11 кластарҙан 40 уҡыусы ҡатнашты. Уҡыусылар өс турҙа һынау тотто: уҡыу программаһына ярашлы викторина һорауҙарына яуап бирҙе, инша яҙҙы, һөйләм телмәре кимәлен тикшереү буйынса диалог ҡорҙо, шудай уҡ текст буйынса лексик-грамматик биремдәрҙе үтәне. Әлбиттә, эштәрҙә йылдан-йыл ҡабатланып килгән хаталар ҙа юҡ түгел.
Эштәргә йомғаҡ яһау башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡыусыларына ныҡлы әҙерлекле уҡыусыларҙы асыҡларға мөмкинлек бирҙе. Был сара уҡыусыларҙың белемен тикшереү генә булманы, ә уларҙың телһөйәр, илһөйәр икәнлектәрен дә иҫбатланы.
Олимпиадала еңеүсе уҡыусылар дипломдар менән бүләкләнәсәк, ә 9-сы, 11-се кластар араһында еңеүселәр һәм призерҙар республика кимәлендә районыбыҙ исеменән сығыш яһаясаҡ. Бына улар: Дим урта мәктәбенән Шәймәрҙәнова Алина (11-сы класс) һәм Миһранов Артур (9-сы класс), Ҡушйылға мәктәбенән Кәримова Зарина (10-сы класс). Уларға артабан да уңыштар теләйбеҙ!